Гәрәйҙәрҙең ғәййәрлеген раҫлап
editАҫабалыҡ – мәғлүмәттәрҙә
editБилдәле тарихсы һәм журналист, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Салауат Хәмиҙуллин етәкселегендәге ғалимдар төркөмө нәшер иткән «Башҡорт ырыуҙары тарихы» серияһының «Гәрәй» тип исемләнгән II томында Яңы Әшит хаҡында шундай мәғлүмәттәр бар: 1859 йылғы халыҡ иҫәбен алыуҙа бында 100 башҡорт йәшәүе асыҡланһа, 1870 йылда милләттәштәребеҙ 243-кә, 1917 йылда 367-гә еткән. Ауылда, күп ерҙәгесә, 1920 йылда кешеләр кәмеп, 324-кә ҡалған.
XX быуаттың икенсе яртыһында был яҡта тәү сиратта нефть һәм газ ятҡылыҡтарын үҙләштерә башлауға һәм Нефтекама ҡалаһына нигеҙ һалыуға бәйле ауыл халҡы кәмеүгә табан бара. 1961 йылда баҫылған «Башҡорт АССР-ының административ-территориаль бүленеше» исемле белешмә-китапта шул йылдың 1 ғинуарына ауылда 272 кеше йәшәй тип күрһәтелһә, был баҫманың 1981 йылғы сығарылышында ни бары 82 башҡорт барлығы әйтелгән.
Кәлтәй ауыл Советы хакимиәте мәғлүмәттәренә ҡарағанда, әле Яңы Әшиттәге 40 йортта 70 милләттәшебеҙ көн күрә. Уларҙың шәхси хужалығында 45 баш һыйыр малы, дүрт ат, йөҙҙән ашыу һарыҡ аҫрала. Халыҡ шулай уҡ күпләп умарта тота, ҡош-ҡорт үрсетә. Совет осоронда ауылда башланғыс мәктәп булған, хәҙер иһә социаль объекттарҙан фельдшер пункты ғына эшләй. Ҡасандыр төрлө сәбәп менән ситкә киткәндәрҙең, хаҡлы ялға сыҡҡас, ата-бабаһы нигеҙенә ҡайтып төпләнеүе, заманса йорттар һалып, донъя ауырлыҡтарына бирешмәй йәшәүе күңелдәрҙә ауылдың яҡты киләсәгенә ҙур ышаныс уята.
Халыҡҡа кем хәреф танытҡан?
editТиҙҙән 88 йәшен тултырасаҡ Сажиҙә Ғилмуллина – ауылдағы иң өлкән һәм хөрмәтле ағинәй. Ветеранды хаҡлы рәүештә барлыҡ Әшит халҡының уҡытыусыһы тиергә лә була: 1938 йылдан һуң тыуғандарҙың күбеһе унда белем алған. Башланғыс мәктәптә дүрт тиҫтә йыл эшләгән педагог.
Сажиҙә инәй 12 балалы ҙур ғаиләлә үҫкән, өс малай һәм туғыҙ ҡыҙ араһында ун беренсеһе булған. Ауыл мәсетендә мәзин вазифаһын атҡарған атаһы уйҙырма ғәйеп менән ун йылға хөкөм ителеп, күпмелер ваҡыт завод төҙөлөшөндә эшләгәндән һуң, 1943 йылда атып үлтерелгән. Ағайҙарының өсөһө лә Бөйөк Ватан һуғышына алынып, ил азатлығы өсөн башын һалған.
– Яҙмышым шулай булғандыр инде, – тип хәтер йомғағын һүтте педагогик хеҙмәт ветераны. – 1942 йылда мине, ете класты тамамлаған 14 йәшлек үҫмер ҡыҙҙы, өлкәнерәк апайҙар рәтендә ылау менән Николо-Березовкалағы пристангә фронт өсөн иген илтергә ебәрҙеләр. Унда бер ағайымдың ғаиләһе йәшәй ине. Еңгәм, мине йәлләп, үҙҙәрендә алып ҡалды. Ул заманда Николо-Березовкала педагогия училищеһы бар ине. Шунда башланғыс класс уҡытыусыһы һөнәрен үҙләштереп, 1946 йылда тыуған ауылым мәктәбендә эш башланым...
Артабан Сажиҙә ете йыл хәрби хеҙмәттә йөрөп ҡайтҡан ауылдашы Шәйехйән менән яҙмышын бәйләй. Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн I дәрәжә Ватан һуғышы орденына, «Батырлыҡ өсөн» һәм башҡа миҙалдарға лайыҡ ир-уҙаман донъя көтөүгә дәртле, тырыш була. Ғаилә дәүер ауырлыҡтарын бергәләп еңә. Дүрт малай һәм бер ҡыҙҙы, үҙҙәре өлгөһөндә уңған, эшһөйәр итеп тәрбиәләп, ҙур тормош юлына сығара Ғилмуллиндар. Балаларының барыһы ла халыҡ араһында абруй, ихтирам ҡаҙанған.
Ғаилә башлығы, «ҡорос ат»тарҙың бер нисә быуынын оҫта йүгәнләп, хаҡлы ялға сыҡҡансы туған ҡырҙарында икмәк үҫтерә. Үҙ хужалығында ғына түгел, район кимәлендә лә алдынғы механизатор булып таныла, бер килке бригадирлыҡ йөгөн дә тарта. Дөйөм эшкә бар булмышын арнағандарҙың күбеһенә лайыҡлы баһа булараҡ бирелгән награда ла – В.И. Лениндың тыуыуына 100 тулыу айҡанлы «Маҡтаулы хеҙмәт өсөн» миҙалы – күкрәгенә тағыла. 1987 йылда хаҡлы ялға сығып, ни бары ике йыл пенсия алғас, баҡыйлыҡҡа күсә.
Шунан бирле яңғыҙ ғүмер кисерә Сажиҙә инәй. Тырыш хеҙмәте өсөн бирелгән бихисап маҡтау ҡағыҙҙарын, II дәрәжә «Әсәлек даны» орденын ҙур ғорурлыҡ менән һаҡлай. Сәләмәтлегенә зарланмай, әле һаман йорт-ҡура мәшәҡәттәре менән мәшғүл. Нефтекамала йәшәгән балалары ял-байрамдарҙа ғаиләһе менән ҡайтып, атай нигеҙен күңелле тауыштарға күмә. Һигеҙ ейән-ейәнсәре һәм ун бүлә-бүләсәренең үҙ-ара татыу, туғансыл булып үҫеп килеүенә шатланып бөтә алмай ветеран.
Сажиҙә инәйҙең йәнә бер ҡыуанысы – уҡыусылары. Меңгә яҡын улар. Мәктәптә эш башлаған тәүге йылдарҙағы уҡыусыларының ейәндәренә хәреф өйрәтеп хаҡлы ялға сыҡҡан Сажиҙә Ғимаҙислам ҡыҙы. Ул ғына түгел, сәхнәгә ғашиҡ төрлө һөнәр һәм быуын вәкилен туплаған үҙешмәкәр драма түңәрәгенә лә оҙаҡ етәкселек иткән. Бөтөн йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнаған. Һөҙөмтәлә ҙур абруй, хөрмәт ҡаҙанған педагогты һәр байрамда йылы ҡотлауҙарға күмәләр, ситтән ҡайтҡандар мотлаҡ уның хәлен белергә инеп сыға.
Йәйәүләп тә өлгөрә
editҺәр ауылда иң кәрәкле һөнәр эйәләренең береһе шәфҡәт туташы икәнен бер кем дә инҡар итмәҫ. Түбәнге Тиктәм, Гәрәй һәм Яңы Әшит халҡы һаулығын өс тиҫтә йыллыҡ хеҙмәт тәжрибәһе булған Лилиә Ғәниева ҡайғырта. Уны эш урынында тап иттек.
– Тыумышым менән Яңы Әшиттәнмен, – тип бәйән итте Лилиә Мәғәфүрйән ҡыҙы. – Сарапул ҡалаһындағы медицина училищеһын тамамланым. Йүнәлтмә буйынса ике йыл ундағы стоматология, артабан Нефтекамалағы балалар поликлиникаһында эшләнем. Декрет ялында саҡта «ваҡытлыса ғына» тип фельдшер пунктына саҡырғандарына ризалашҡайным, бында ҡалдым да ҡуйҙым. Инде 21 йыл да үтеп китте...
Һайлаған һөнәренә тоғро, эшен мөкиббән яратҡан кешегә шулай көндәр түгел, йылдар уҙғаны ла һиҙелмәйҙер ул. Лилиә Мәғәфүрйән ҡыҙының төрлө йәштәге ауылдаштары, бигерәк тә өлкәндәр менән нисек аралашҡанын күреп, ҙур хөрмәт һәм ихтирамға лайыҡлығына инанаһың. Шәфҡәт туташы хаҡында йылы һүҙҙәр башҡа ауылдарҙа ла ишетелде. «Күңеле лә аҡ бит уның!» – тиҙәр.
Фельдшер хеҙмәтләндергән өс ауылда 275 кеше йәшәй, шуларҙың 54-е – балалар, хаҡлы ялдағы 70 кеше араһынан алты тиҫтәгә яҡыны – II һәм III төркөм инвалидтары. Лилиә ауылдарға йәйәүләп йөрөүгә күптән күнеккән, быны ғәҙәти эш тип ҡабул итә. Мохтаждарҙың береһе лә кәрәкле ярҙамһыҙ, тәғәйен дауаһыҙ, дарыуһыҙ ҡалғаны юҡ. Шәфҡәт туташы пациентында ниндәйҙер сирҙең тәүге билдәләре күренеү менән уны тиҙ арала Күтәрәмдәге участка йәки Ҡалтасылағы район дауаханаһына ебәреү хәстәрлеген дә күрә. Шәхси йорт-ихаталарҙың санитар торошон тикшерергә лә ваҡыт таба. Ҡыҫҡаһы, вазифа бурыстарын күңел биреп, еренә еткереп үтәй. Биш балалы ғаиләлә, ата-әсәһе өлгөһөндә йәштән бөтөн төр эшкә өйрәнеп үҫкән кеше башҡаса булдыра ла алмайҙыр ул!
Шәфҡәт туташы һөнәрен дә ул аңлы рәүештә һайлаған. Йыр-моңға маһир, гармунда өҙҙөрөп уйнаған, бар булмышы менән әүҙем йәмәғәтсе ҡыҙҙың башҡаларға шәфҡәтлек ҡылыуҙы тормош маҡсаты итеүе күп нәмә хаҡында һөйләй. Эшмәкәрлектең башҡа төрөн һайлаһа ла, шундай уҡ тырышлыҡ һалыр ине ул.
Өфөләге нефть институтын тамамлап, вахта ысулы менән алыҫ Себер тарафында эшләгән ире Ғәзим менән күптәргә өлгө булырлыҡ ғаилә ҡороп, гөрләтеп донъя көтә Лилиә. Ҡыҙҙары Нәфисә БДУ-ның Нефтекама филиалында диплом яҡларға әҙерләнһә, гел «бишле»гә уҡыған төпсөктәре Рәфил VI класты тамамлаған. Улдары һүрәт төшөрөргә ярата, әҙәбиәт, математика буйынса олимпиадаларҙа даими уңышҡа өлгәшә, халҡыбыҙҙың мәшһүр «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәрҙең район бәйгеһендә III урын алған. Үҫмер шулай уҡ шәхси хужалыҡта ла күптән ҡул араһына ингән, ата-әсәһенең ныҡлы терәге. Алма ағасынан алыҫ төшмәй бит.
«Рәхмәтуллин бит мин!»
editҺуңғы сирек быуат арауығында рухи ҡиммәттәребеҙ бер аҙ ситкә тайпылып киткән саҡта ла игенсе, механизатор һәм малсылар ҙур хөрмәткә лайыҡ булып ҡала килде. Яңы Әшиттә нәҡ шундай һөнәр эйәһе менән таныштыҡ. Ул – хеҙмәт кенәгәһендә бер генә яҙыу булған элекке тракторсы Мәҡсүт бабай Рәхмәтуллин. 84-се йәшен ҡыуған ветерандың йорто тирәһендә үҫкән үләнде сабып йөрөгәнен һоҡланып ҡарап торҙом.
– Күп тиҫтерҙәрем кеүек ун йәшемдә колхоз эшенә сыҡтым. Ни эшләмәк кәрәк, һуғыш осоро ине бит, – тип һүҙ башланы Мәҡсүт Рәхмәтулла улы, аралашыуҙы өйөндә дауам итергә күндергәс. – Башта өлкәнерәк апайҙар менән Сумар ауылы яғындағы урмандан ағас сығарырға йөрөнөм. Яҙғы баҫыу эштәре башланғас, ул ҡатындарҙың икәүһе – Вәфиә менән Кәримә апай – тәгәрмәсле тракторға ултырҙы. Тырышлығым оҡшағандыр инде үҙҙәренә: ярҙамлашырға гел мине саҡыра торғайнылар, бөтөн белгәндәрен өйрәттеләр. Техникаға ылығыуым шунан башланды. Колхозға сылбырлы «НАТИ» тракторы килтерелгәс, уны миңә бирҙеләр – үҙаллы эшләп алдым да киттем...
Йәше еткәс, әрмегә алына егет. Алыҫ Якутияла хеҙмәт итә. Үҙен тик яҡшы яҡтан күрһәткәнлектән, шунда ҡалырға ныҡ өгөтләһәләр ҙә, ризалашмай. 1958 йылда туған ҡырҙарында яңынан эш башлап, 1993 йылда хаҡлы ялға сыҡҡансы тракторҙан төшмәй. Унан әҙерәк ферма мөдире вазифаһын да башҡара. Ләкин был эштә оҙаҡҡа түҙмәй, тормош үҙгәрә башлаған осорҙа үҙенә «Беларусь» тракторы һатып алып, ауылдаштарына ер һөрөргә, бесән сабырға, утын ташырға ярҙамлаша башлай.
– Һәр эште яратып, күңел биреп башҡарҙым, – тип артабан бәйән итте Мәҡсүт бабай. – Бәрәңге ултыртыу буйынса районда оҙаҡ йылдар беренселекте алып килдем, һабантуйҙарҙа бүләкһеҙ ҡалдырмай торғайнылар. Етәкселәрҙән дә, яҡташтарҙан да тик рәхмәт һүҙҙәре ишеттем. Рәхмәтуллин бит мин! Фамилиямдың шулай булыуы юҡҡа түгелдер.
Ысынлап та, өлкән быуын вәкилдәре лә, йәшерәктәр ҙә алдынғы тракторсыны ҙур хөрмәт менән телгә алды. Күптәр уның ярҙамсыл, изге күңелле булыуын айырып билдәләне.
Күрше Краснокама районының Урал ауылында буй еткергән, 2002 йылда баҡыйлыҡҡа күскән ҡатыны Хәниә Мулланур ҡыҙы менән ике ул үҫтергән Мәҡсүт бабай. Фларис та, Илдар ҙа ғаиләле, Нефтекамала ғүмер итәләр. Ата-әсәһенә оҡшап ең һыҙғанып эшләйҙәр, күңеле тартҡан шөғөл менән мәшғүлдәр. Тыуған нигеҙҙәрен һыуытмайынса, аталары янына даими ҡайтып торалар.
Йәш сағында өҙҙөрөп гармунда уйнаған ветеран бөгөн дә әллә ни күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәй. «Ыһ» та итмәй үлән сабыуы ғына ла ни тора! Йортоноң түбәһен заманса материалға, тәҙрәләрен пластикка алмаштыртҡан, әле ҡоймаларын яңыртырға ниәтләй. Ғүмер буйы эшендә алдынғылыҡты бирмәгән ир-уҙаман бөгөн дә күптәргә үрнәк күрһәтеп йәшәй. Ҡартайырға һис тә ашыҡмай. Афарин, Мәҡсүт бабай!
Төйәген күтәрергә ҡайтҡандар
editЗаманында төрлө сәбәп менән сит тарафҡа киткәндәрҙең үҙ ауылына ҡайтып төпләнеү күренеше Яңы Әшиткә лә хас, тигәйнек. Сәфәр барышында ошондай ғаилә – ирле-ҡатынлы Нәжибә һәм Радик Шәмғуновтар менән танышырға насип итте.
Улар өс тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт Себер яғында йәшәгән. Ҡалтасы егете менән Ҡырмыҫҡалы һылыуы нәҡ шунда осрашҡан, яратышып өйләнешкән, улдар үҫтергән. Рөстәм менән Рәфис хәҙер инде Нижневартовск ҡалаһында үҙаллы донъя көтә, һайлаған тармағында уңышлы эшләй. Өлкән Шәмғуновтар – дүрт ейән-ейәнсәргә олатай һәм өләсәй.
Ғаилә башлығы Радик Рәшит улы 1977 йылда һөнәрселек училищеһын ҡыҙыл дипломға тамамлай, унан инженер ғәскәрҙәре сафында хеҙмәт итә. Хәрби Көстәрҙең стратегик объекттарын төҙөүгә йәлеп ителгән егет бар яҡтан алдынғы була. Запасҡа ҡайтарылғас, әҙерәк тыуған яғында эшләп ала ла Себергә юллана. Унда ла башлыса үҙ һөнәре буйынса хеҙмәт күрһәтә: илдең төрлө тарафындағы федераль автомобиль юлдарында күпер төҙөүҙә ҡатнаша. – 2014 йылғы Ҡышҡы Олимпия уйындарына әҙерлек барышында «Мәскәү – Сочи» трассаһында эшләү бәхете тейҙе, – тип ғорурлыҡ менән иҫкә алды Радик. – Яуаплы бурысты уңышлы атҡарып сыҡтыҡ.
Төҙөлөштә етерлек тәжрибә туплаған Радик ҡыҫҡа ваҡыт эсендә атай нигеҙе эргәһендә заманса йорт һалған. Өй көнкүреш шарттары, йәшәү өсөн уңайлы булыуы йәһәтенән ҡала фатирына алмаштырғыһыҙ. Эйе, ауыл тормошон һағынып ҡайтҡан Шәмғуновтар кинәнеп, егелеп тормош көтә. Мал-тыуар, ҡош-ҡорт та аҫрай улар, баҡсаларында йәшелсә һәм емеш-еләктең ниндәйе генә юҡ!
Хужабикә Нәжибә – Ҡырмыҫҡалы районының Алайғыр ауылынан. Сөгөлдөр үҫтереүҙәге уңыштары менән маҡтаулы колхозсы булып танылған Миңзифа Ҡотләхмәт ҡыҙы һәм хужалыҡтың алдынғы комбайнсыһы Нәжип Вәли улы Ғилмановтарҙың һигеҙ балалы ишле ғаиләһендә үҫкән. Бәләкәйҙән эшкә өйрәнеп буй еткергән ҡыҙ ситтә лә һынатмаған, коллективта ҙур хөрмәт ҡаҙанған, бихисап маҡтау ҡағыҙына лайыҡ булған. Әлеге ауыл тормошо ла яҡын үҙенә: өйө бөхтә, хужалыҡ мәшәҡәттәрен еңел генә атҡарып сыға, иренә һәр яҡлап ярҙамсы. Бар ниәттәрен бергәләп ғәмәлгә ашыралар. Күңеле ятҡан шөғөлөнә лә ваҡыт таба Нәжибә: ырғаҡ менән бәйләгән ҡул эштәре күҙҙең яуын алырлыҡ.
«Ауылды күтәрергә ҡайттыҡ», – тине бер тауыштан Шәмғуновтар. Улар урындағы йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнап йәшәй. Мәҫәлән, яҙ «Ҡарға бутҡаһы» байрамын, аҙаҡ зыяратты тәртипкә килтереү, һабантуй үткәреүҙә әүҙем булғандар. Киләсәккә яңы маҡсаттар менән ғүмер итәләр.
Әшиттең Рәшитовтары
editЯңы Әшит һәм гәрәй ырыуы башҡорттары тарихы менән күптән һәм ныҡлы ҡыҙыҡһыныусы тип Рәфит Хәмиҙулла улы Рәшитовты атанылар. Июнь аҙағында 79 йәшен тултырасаҡ ветеран тыуған төйәгенең үткәне, арҙаҡлы шәхестәре хаҡында тәьҫирләнеп бәйән итте.
Барлыҡ һуғыш осоро балаларыныҡы кеүек, уның да яҙмышы аяныслы һәм фәһемле. Заманының бөтә ауырлыҡтары өҫтөнә етемлек нужаһын да ныҡлы татый ул. Туғыҙ айлыҡ сағынан, әсәһенең вафатынан һуң, инәһе тәрбиәһендә үҫә. Колхозда бригадир булып эшләгән атаһы 1940 йылда Мәскәү метроһын төҙөүгә киткән ҡалтасылар сафын тулыландыра. 1941 йыл аҙағындағы бер хатында «Себендәр бик күп оса, иҫән ҡалып булырмы икән?» тигән юлдар була. Рәфит ағайҙың фаразлауынса, йәше илленән ашҡан атаһы халыҡ ополчениеһы составында баш ҡаланы дошмандан һаҡлауҙа ҡатнашҡан булырға тейеш. 1942 йыл башында ауыл Советына уның «ҡара ҡағыҙ»ы килә.
Аслы-туҡлы буй еткергән үҫмер ете класты тамамлай ҙа колхозға эшкә төшә: уға ат ҡарарға ҡушалар. Ваҡыты еткәс, армияға саҡырыла, унан ҡайтҡас, элекке хеҙмәтен дауам итә. Артабан тракторҙа, нефтселәрҙә эшләй. Урмансылар мәктәбендә белем алғас, тиҫтә йылдан ашыу тәбиғәт байлығын хәстәрләү бурысын атҡара. Һәр ерҙә намыҫлы хеҙмәте менән хөрмәт ҡаҙана, бихисап маҡтау ҡағыҙына лайыҡ була.
Һөйөклө ҡатыны Әлфиә Мөхәмәтдин ҡыҙы менән ярты быуаттан ашыу татыу ғүмер итәләр, дүрт бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Ул-ҡыҙҙарының барыһы ла тормошта үҙ юлын, урынын тапҡан. Өлкәндәре Хәмит – хәрби кеше, Афғанстандағы һуғышта ҡатнашҡан, подполковник дәрәжәһендә хаҡлы ялға сыҡҡан. Табип һөнәрен һайлаған ҡатыны Гөлфизә – күрше Борай районы ҡыҙы. Ғаилә әле Тверь ҡалаһында йәшәй, балалары, ейән-ейәнсәрҙәре менән бергәләп тыуған яғына йыш ҡайтып торалар.
Рәшитовтарҙың икенсе улы Хәлим дә – яугир-интернационалист, хәрби бурысын Афғанстанда үтәгән. Әле Нефтекама автомобиль заводында баш инженер урынбаҫары булып эшләй, ике малай атаһы. Балаларҙың өсөнсөһө Розалия ла яуаплы вазифа башҡара, ике ҡыҙ үҫтерә.
Халҡыбыҙҙа борондан килгән йолаға ярашлы тыуған ауылында төпләнгән төпсөк Булат һәм уның ғаиләһенә ентекләберәк туҡталырға кәрәктер. Уның менән тәүге тапҡыр өс йыл элек осрашҡайным. Район хакимиәтенең ул саҡтағы мәғлүмәт-аналитика бүлеге етәксеһе, журналистарҙың ысын дуҫы Инна Тимерәева Булат Рәфит улын «биш телде белгән полиглот» тип таныштырҙы. Ысынлап та, төрлө сараларҙа үҙем шаһит булғаным бар: ир-уҙаман башҡорт һәм урыҫ телдәренән тыш, татарса, мариса, удмуртса иркен һөйләшә.
Тиҫтә йылдан ашыу Кәлтәй ауыл Советы хакимиәте башлығы вазифаһын бөтөн күңелен биреп, уңышлы башҡара Булат. Был мәшәҡәтле, яуаплы хеҙмәтенә өҫтәп, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе булараҡ, күп милләтле, үҙенсәлекле Ҡалтасыла милли үҙаңды үҫтереү, рухи ҡиммәттәрҙе юғалтмау йәһәтенән эҙмә-эҙлекле һәм киң эшмәкәрлек алып бара.
Замандашыбыҙҙың тормош юлы ҡәҙимге кеүек, шул уҡ ваҡытта күптәр өсөн үрнәк. Урта белем ала, стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәрендә хәрби бурысын үтәй. Артабан урындағы хужалыҡта биш йыл һыйыр һауа. Ул ғына түгел, эш башлаған осорҙа уҡ хеҙмәт ҡаҙаныштары буйынса районда икенсе урынға сыға, оҙаҡламай төбәк бәйгеһендә беренселекте яулай. Кушнаренко ауыл хужалығы техникумын ситтән тороп тамамлағас, ферма мөдире итеп тәғәйенләнә. Колхоз тарҡалғас иһә биш йыл мәктәптә биология һәм химиянан уҡыта. 2006 йылда ауыл Советы хакимиәте башлығы итеп һайлана.
Атай нигеҙе эргәһендә матур йорт һалған Булат. Эште һөйөклө ҡатыны, Балтас районынан бында «таш булып» төшкән Мәүлиҙә Мөҙәрис ҡыҙы менән бергәләп йырып сыҡҡандар. Ханым да, биш балалы ғаиләлә кинйә ҡыҙ булараҡ, бәләкәйҙән бөтөн эште белеп үҫкән, тормошон ауылдан тыш күҙ алдына ла килтерә алмай. Мәүлиҙә менән Булат ике ул һәм ҡыҙ үҫтергән. Өлкәндәре Алмас авиация институтын тамамлап, Нефтекама автозаводында технолог булып эшләп йөрөй. Азамат менән Әлиә иһә – буласаҡ табиптар, Ижевск дәүләт медицина академияһында уҡыйҙар.
Рәшитовтарҙың күңел һалып шөғөлләнгән кәсептәре лә маҡтауға лайыҡ: байтаҡ йылдар бал ҡорто үрсетә улар. Хозур тәбиғәт ҡосағында йөҙләгән умарта тотоп, етерлек табыш алалар. Өҫтәүенә тиҫтәнән ашыу һауын һыйыры, бихисап ҡош-ҡорт аҫрайҙар. Үҙ көсөң менән яуланған ошондай мул бәхеттә түгелме йәшәүҙең йәме һәм тәме?
Ансар НУРЕТДИНОВ.
Ҡалтасы районы.
This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.
| ||
|