Гөлгиҙәр(әкиәт). Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина

Гөлгиҙәр (әкиәт)
автор Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина
.Нәшер ителгән: 1988 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Башҡортостан китап нәшриәте",1988 йыл


Гөлгиҙәр


 
Элгәре беҙҙең яҡтарҙа Гөлгиҙәр исемле ҡыҙ йәшәгән, ти. Бик алсаҡ, йомарт, ҡоралайҙай шаян булған ул. Көндәрен Елбай ағаһына тирмән тартышҡан йә ҡара болоттарҙы таратышҡан. Ҡай саҡ Ләйсән апаһы менән, гөлсәскәләр һулымаһын, үлән- башаҡтар ҡоромаһын тип, ергә ямғыр яуҙырышҡан. Ҡояшбикә өләсәһенә нур һибешкән. Әсәһе Яҙһылыуға һалҡын ҡыштан һуң ерҙе йәшәртешкән, һайрар ҡоштарҙы тыуған илдәренә ҡайтарышҡан.
— И-их, әсәйем кеүек ҡасан мин дә һырға таға башлайым инде? Бик килешер ине, эйе бит? — тигән ул әхирәттәренә.
Елбай ағаһы һеңлеһенең, әсәләренең алҡаларын тағып, көҙгө алдында әйләнгеләгәнен йыш ҡына күргеләгән. Өләсәһе Ҡояшбикә менән әсәһе Яҙһылыу ҡыҙҙарының ҡыланыштарын юғарынан күҙәтәләр икән. Олатаһы Айбулат та, баланың йоҡлауын төндәр буйы һаҡлағанға күрә, уның төш-хыялдарын яҡшы белгән.
Бына Гөлгиҙәрҙең тыуған көнө лә килеп еткән. Йомшаҡ аҡ болоттарға аҫалы, өбөрөлө, буй балаҫтар түшәлгән, ашъяулыҡтар йәйелгән, табын ҡоролған. Барлыҡ туғандары, ҡыҙҙы ҡотлап, һәр ҡайһыһы һырға бүләк иткән. Болоттарҙы көтөүсе бер ағаһы аҡ сәскәләр сигелгән йәшел матур муҡсай килтергән.
Гөлгиҙәр хыялы тормошҡа ашыу шатлығынан сәпәкәйләп, талир тәңкәләрен сылтыратып бейеп киткән.
 Алмиҙеүем сылтыр-сылтыр,
 Зыңғырлай сулпыларым,
 Бүләк һырғалар матурҙар,
 Беләҙекле ҡулдарым, —
тип йырлай икән ҡыҙ.
— Бәхет булһын юлдарың! — тип ҡушылалар, ти, туғандары.
Ҡунаҡтар таралышҡас, бүләк һырғалар һалынған муҡсайын алып, һоҡлана-һоҡлана һыу буйына төшкән ҡыҙ. Ҡараһа, һары тал бөгөлөп-һығылып һыуҙан нимәлер эҙләй, ти.
-Талбикә, нимә юғалттың?-тип һораған Гөлгиҙәр, аптырап.
-Берәй матур таш табылмаҫмы икән, тип эҙләйем. Тапһам, һырға итеп ҡолағыма тағыр инем,-тип яуаплаған нескә бил. Муҡсайын сисеп, күҙ яуын алып торған һары һырғаны усына алып, Талбикәгә һонған ҡыҙ.
-Өләсәйем орошмаҫмы икән? - тип күҙен күккә төбәһә, Ҡояшбикә, йылмайып, тағы ла сағыуыраҡ итеп нурҙарын ергә һибеп ебәргән. Нескә билкәй һары һырғаларҙы ҡолағына элгән дә, рәхмәт әйтеп, шунда уҡ, килешәме икән, тип һыуға баҡҡан.
-Килешә, әхирәткәй, бик килешә. Ифрат һылыуланып киттең,-тигән дә Гөлгиҙәр ары һикерәңдәп киткән.
Аҡланға килеп сыҡһа, ҡайын-ҡыҙ һығылып-һыҡтап илап ултыра.Өр-яңы күлдәге аҡҡан йәштәренә сыланып бөткән.
-Аһ-аһ, нимә булды,Аҡһылыу?Ниңә ул тиклем күҙ-йәш түгәһең?
-Нисек инде миңә иламаҫҡа? Малай-шалай килеп сыҡты ла бәке менән телгеләп бөттө. Яраларыма балсыҡ та һөртөүсе юҡ.
Гөлгиҙәр, ерҙән шифалы һары балсыҡ эҙләп табып, аҡ ҡайындың яраларына һөрткән. Шунан, муҡсайын сисеп, Елбай ағаһы бүләк иткән йәшкелт һары һырғаларҙы Аҡһылыуға һуҙған. Алҡаларҙы ҡолағына элеп алғас, яраларын да онотоп, ҡара ҡаш ҡайын аҡлан буйлап бейеп киткән.
— Рәхмәт инде, туғанҡайым! Тамырҙарым ҡорор инде, тип ҡурҡҡайным. Бына һинең бүләгеңдән дәртләнеп киттем әле. Йән кергәндәй булдысы үҙемә.
Ҡайын менән хушлашып, ары китһә, Ерекбикәгә тап булған. Уның төҫө боҙолоп, моңайып ултыра икән.
— Ерекбикә апай, нимә булды? Ниндәй генә ҡайғылар төштө башыңа?
— Бөгөн минең тыуған көнөм. Мине һис кем ҡотламаны. Йылы һүҙ әйтеүсе лә булманы, исмаһам.
Семәрләп эшләнгән ҡыҙғылт һоро һырғаны муҡсай эсенән алып, Ерекбикәгә бүләк иткән йомарт ҡыҙ:
— Апаҡайым, бына мин һине ҡотларға килдем. Оҙон ғүмерле, бәхетле бул!
— Рәхмәт инде, һылыуҡай! Бигерәк итәғәтле икәнһең. Ҡарама беләккә, ҡара йөрәккә, тиҙәр. Үҙең кескәй булһаң да, оло йөрәклеһең. Рәхәт йәшә. Бәхет-шатлыҡтар һиңә, йәме, — тип әйтә, ти, күңеле күтәрелеп киткән Ерекбикә.
— Йә, — тип ихлас яуап ҡайтарып, ары атлаған ҡыҙ.
Гөлгиҙәр, һуҡмағында кем тап килһә, шуларҙың һәр береһенә бүләктәрен өләшкән дә сыҡҡан. Барлыҡ ағастар, һырғалы булғас, ҡыҙға рәхмәттәр әйтеп шаулашҡандар, аҡланды тирәләп, әйлән-бәйлән уйнағандар.
Арып-талып, тирләп-бешеп өйгә ҡайтҡас, муҡсайын асып ҡараһа, бер генә һырғаһы ла ҡалмаған икән шул. Өләсәһе Ҡояшбикә ейәнсәренең башынан һыйпаған да:
— Ҡайғырма, бәпесем. Алыштан биреш мең бәхет. Ергә боролоп ҡара әле. Ана, һин үткән юлға нурҙар яуған, гөлдәр һибелгән.
Ысынлап та, Гөлгиҙәр йүгереп үткән аҡлан, һыу буйҙары гөл-сәскәгә күмелгән. Бәпембәләр, үгәй инә үләндәре, кәзә һаҡалдары, кәкүк сәскәләре — барыһы ла нур сәсә. Ә ағастар, йомарт ҡыҙға мең-мең рәхмәттәр әйтеп, барлыҡ, байлыҡ теләп, ҡул болғайҙар, ти. Тик бер генә урында ер ярылып-ярылып киткән.
— Ғәзиз Еркәйем, әллә һиңә бүләк бирмәй үпкәләттемме? — тип Гөлгиҙәр көтөүсе ағаһы биргән муҡсайҙы ергә һалған. Йәшел муҡсай шунда уҡ шифалы үләнгә әйләнеп сәскә атҡан. Көтөүсе муҡсайы тип атайҙар ул үләнде. Йөрәгең һыҙлаһа, эсәк-ашҡаҙаның ауыртһа — бик файҙалы. Төнәтмәһен яһап эс, яраймы. Изге күңелле йомарт ҡыҙ Гөлгиҙәрҙең бүләге ул.

 


1988 йыл