Гөләй менән бейәләй(шиғыр). Р.Әбүталипова

Гөләй менән бейәләй (Шиғыр )
автор Р.Әбүталипова
.Нәшер ителгән: 1996 йыл. Сығанаҡ: "Уҡыу китабы" - 1 синыф өсөн дәреслек.-Өфө"Китап",1996 йыл


Гөләй менән бейәләй


 Бәләкәй һеңлем Гөләйҙең
 Биш йәше тулды бөгөн.
 Бүләккә ап-аҡ мамыҡтан
 Бейәләй бәйләп бирҙем.
 Бына ул бүләген кейеп,
 Еңел санаһын һөйрәп,
 Тау өйөргә сығып китте,
 Алып уйынсыҡ көрәк.
 Сыҡты ла тиҙ үк йүгереп
 Яңынан инде Гөләй:
 «Апай, ҡара, ағастар ҙа
 Кейгән,— ти,— аҡ бейәләй!»
 Нимә булған икән, тиеп,
 Баҡсабыҙға күҙ һалһам,
 Төн сыҡҡансы ағастарҙы
 Ап-аҡ бәҫ ҡаплап алған.


1996 йыл