Диңгеҙ,тауҙар,дельфиндар(хикәйә). Тамара Ғәниева

Диңгеҙ, тауҙар, дельфиндар ( хикәйә )
автор Тамара Ғәниева
.Нәшер ителгән: 1993 йыл. Сығанаҡ: "Ҡондоҙ ҡойроғо ".-Өфө"Китап ",1993 йыл


Диңгеҙ, тауҙар, дельфиндар


 Ҡырымға, Ҡара диңгеҙ буйына, ял итергә барғанымда тәбиғәтенә хайран ҡалып, аптырап ҡарап тик
йөрөйөм. Әллә ҡалай, шау байрам ҡиәфәтендә был яҡта донъя. Сәскәләре беҙҙең Наҡаҫ буйындағы кеүек түгел,
хәс кинола йә һүрәттә күргән кеүек сағыу, үтә тәкәббер һәм ғорур. Ағастары бейек, күккә олғашып тора. Мөһәбәт олондарҙың һәр береһе беҙҙәге тирәктәр йыуанлығында булыр. Үләндәрҙән таныш булмаған хуш еҫ килә.
Яҙыусыларҙың Күк Түбә исемле ижад йорто Феодосияға яҡын ғына ерҙә тауҙар ҡосағына сумған. Күккә олғашҡан түбәләргә ҡарап иҫем китә. Был тикле лә һөнәрле булыр икән тәбиғәт тигәнең! Ниндәй генә һын- ҡиәфәттәр юҡ бында! Арҡаһына тоҡ артмаҡлап китеп барған кеше һыны ла, һаҡалы диңгеҙгә барып тоташҡан баш һыны ла, айыу, бүре, ҡуян, дөйә кеүек йәнлек һындарына ла оҡшаған таштар бар. Ҡара-Дағ тип аталған ошо тау үҙе хәҙер кәртәләнгән, сөнки тәбиғәттең ҡабатланмаҫ мөғжизәһе булып тау итәктәренә һибелгән үҫемлектәрҙе, үлән, сәскәләрҙе, емеш-еләкте тәләфләп, йолҡоп ҡороторға ғына торған мәрхәмәтһеҙ кешеләрҙән ошолай араламаһаң, уның ер йөҙөнән мәңгегә юғалыуы ла ихтимал.
Тамаша өсөн торған карап тыныс боғаҙҙан яйлап ҡына ҡуҙғала ла көн һайын, кешеләр тейәп, Ҡара-Дағты диңгеҙ яҡлап күрһәтергә алып бара. «Йә, хоҙа! Көс- ҡөҙрәтеңдең сик-самаһы юҡмы әллә,— тип һоҡланам мин,— таштан бынау рәүешле сәнғәт әҫәре ҡороп ҡуйсы әле!»
Ҡая үҙе алыҫтан ялпылдап янған ҡыҙыу усаҡты хасил иткән кеүек. Береһен-береһе уҙҙырып күккә үрләгән ҡып-ҡыҙыл ялҡын телдәре осҡондар сәсрәтеп яныр- яныр ҙа һүнеп ҡуйыр һымаҡ. Ҡаяның ҡыҙыллығы балсыҡ төҫөлөр, тиһегеҙме? Юҡ. Ҡая үҙе шау таш матдәнән хасил. Юрый шымартып, ялтыратып ҡуйғандар тиерһең. Ҡыҙыл төҫтәге сәскә кеүек үтә лә матур биҙәкле мүк ҡаплаған уны. Белгестәр әйтеүенә ҡарағанда, бындай мүк тәбиғәттә һирәк осрай. Ул бары һауа шарттары, тотош атмосфера ыңғай, тирә-яҡ мөхит саф булған урында ғына сәскә ата. Тау-таш араларындағы сәскәләр ҙә үҙенсәлекле, тиҙәр. Минең әле тәүәккәлләп тауға үрләгәнем юҡ, унда экскурсоводтар алып бара. Яҙһа, мотлаҡ барып күрермен, тимен. Сөнки... Нисек аңлатайым икән һеҙгә... Тауҙарға минең мөнәсәбәтем бөтөнләй икенсе. Ер-күкте, урман-далаларҙы, тәрән һәм һай йылғаларҙы, ғөмүмән, ер йөҙө тип аталған яҡты донъялағы һәр төрлө йән эйәһен һәм кешеләрҙе мин ысын һөйөү менән яратам, йөрәгемдең түрендә уларға ҡарата һоҡланыу йә һыҙланыу, ғәжәпләнеү йә табыныу тойғолары һаҡлайым. Ә бына тауҙар... Әллә мин ерҙә ҡасандыр йәшәгәнемдә тау-ташлы ерҙәрҙә көн күрҙемме икән? Әлегеһендә ҡараштарым ҡая түбәләренә текләү була, йөрәгем һәм күңелем ҡанатланып бейеклеккә аша ла китә. Һис алдамайым. Ант-мант-шарт. Үҙемдәге ошо тойғоно төрлөсә аңларға тырышам, тик асылына тәғәйен генә төшөнә алмайым.
Ҡара-Дағты урап сыҡһаң, икенсе бер боғаҙҙа туҡталыш яһала. Быныһында туристарҙы һәм тамашасыларҙы үҙенә йәлеп иткән нәмә — дельфинарий.
Дельфинды мин тәүге тапҡыр Анапа ҡалаһында булғанда, һыу ингән саҡта күргәйнем. Кинонан, һүрәттән күргәнем бар ине инде, былай. Бик тоғро, шәфҡәтле, аҡыллы йән эйәһе, тип яҙалар уның тураһында. Моғайын шулайҙыр, һынап-тикшереп ҡарамай тороп, юҡты һөйләмәҫтәр бит инде. Ә шулай ҙа күҙ алдына килтерегеҙ: һеҙ диңгеҙҙә (яр ситендә инде) йөҙөп йөрөгән булаһығыҙ. Оҫталығығыҙ ҙа самалы. Шул саҡ янығыҙҙа ғына һеҙҙең үҙегеҙҙән дә ҙур балыҡ башын һыуҙан ҡалҡыта ла, һауаға күтәрелә биреп, диңгеҙгә кире сума. Нисегерәк? Кемгә ҡалайҙыр, минең ҡот табанға китте. Ярға ни рәүешле килеп йығылғанымды ла хәтерләмәйем. Шығырым тулы кешеләр араһында мине һайлауының сере ниҙә? Әллә бер-бер яҡынлығы бармы минең менән?
Дельфинарийға ингәндә ошо хаҡта уйландым мин. Ҙур аквариумға урынлаштырылған дельфиндарға текләп-текләп ҡарайым. Күҙҙәрендә лә, ирендәрендә лә шуҡ йылмайыу сағыла. Эй, уйнаған булалар, эй, уйнаған булалар. Нимәнән ҡыҙыҡ табаларҙыр инде.
— Дельфиндар, һыуҙа йәшәгән бүтән йәнлектәрҙән, балыҡтарҙан айырмалы рәүештә, һыуҙан башын сығарып һауа менән тын ала,— тип аңлата тренер һәм үҙ тәрбиәләнеүселәренән Афалина тигән яратҡан дельфинының әллә ниндәй, әллә ниндәй шуҡлыҡтары, ҡылыҡлыҡ-ғәҙәттәре хаҡында мауығып һөйләй. «Бер ҙә йоҡламай микән әллә былар?— тигән уй килә минең башыма.— Тамаша ҡылыусыларҙың күңелен күрәм, ойоштороусыларҙың нәфсеһен ҡандырам тип гел шулай артисланып йәшәйҙәрме икән әллә?»
— Ятып йә һыу аҫтына сумып тыныс ҡына серем итерҙәр ине, һауа менән тын алалар икән. Нисек йоҡлай һуң улар?..
— Ҡыҙыҡ һорау,— тип йәйләнеп китте тренер,— иғтибар иттегеҙме, улар бер ҡасан да бер урында ҡатып, ойоп тормай, һәр ваҡыт хәрәкәттә. Шулай булғас, бәлки, улар йоҡламайҙыр? Был һорау ғалимдарҙы ла ҡыҙыҡһындыра. Улар эксперименттар үткәрергә була.
Беҙҙең дә, бүтән йән эйәләренең дә кәүҙә хәрәкәте баш мейеһе эшмәкәрлегенә бәйле булыуы бөтәгеҙгә лә мәғлүм. Кеше башындағы ике ярымшарға урынлашҡан мейе кәүҙәнең уң һәм һул яғы менән идара итә. Дельфин бүтәнсә йәшәй. Уның ике ярымшарҙа урынлашҡан мейеһе бер үк ваҡытта йоҡоға талмай. Бер яртыһы йоҡлағанда, икенсеһе — уяу. Шуға дельфиндарҙың һыу өҫтөнә күтәрелеп тын алыу мөмкинлеге ҡала. Әлбиттә, уларҙың ике яҡ мейеһе лә уяу булып, диңгеҙҙе бер итеп айҡаған саҡтары ла була.
Тамаша карабы Күк Түбә боғаҙына киреп ҡайтып туҡтай. Иртәгә мин Уралға, үҙем тыуып үҫкән Наҡаҫ буйҙарына, ҡайтам. Киткәндә Ҡара-Дағҡа әйләнеп ҡарарға ярамай. Әле Зөлҡәрнәй (Александр Македонский) заманынан уҡ ошондай ырым йөрөй. Диңгеҙ өҫтөнә ҡарағы килә. Афалина тигән дельфин ҡул болғап ҡалалыр кеүек. Гел ярҙарға ашҡынып та, тәҡдир ҡушыуынан диңгеҙҙе төйәге итеп һайлаған был балыҡтар, күккә күҙен күтәргәндә ҡаялар уғының тартыу көсөнә сорналған минең йәнемә оҡшағанмы әллә?
 


1993 йыл