Диңгеҙ тыны. Гүзәл Ситдиҡова.

Диңгеҙ тыны edit

Йоҡлап ятҡан арыҫландай

Бөгөн диңгеҙ шундай тыныс,

Тын ҡөҙрәте йәнде арбап,

Тартып тора диңгеҙ тыны.

Тамсыларға антик донъя

Һалып киткән еҫен-төҫөн,

Тулҡынына таш кәйелтәм

Афродита ҡалҡһын өсөн.

Аргонавтар карабының

Йөҙөп уҙа сағымдары,

Бөгөнгөнөң сүп-сарҙарын

Ярға ата ағымдары.

Мең йәш миңә һәм ун һигеҙ,

Сихырсыһың, ахыры, диңгеҙ,

Нисек йәшәй алғанмындыр

Ошоғаса, диңгеҙ, һинһеҙ?!

Беләһеңме, диңгеҙкәйем,

Кендек бауың Уралда бит,

Иң-иң осо - ауылымда,

Минең генә урамда бит.

Баҡсам аша аҡҡан шишмәм,

Диңгеҙ, һиңә килеп ҡойған,

Иҙелемдең, Уралымдың

Яҙмышы ла һиңә һыйған.

Ғәзиздәрҙән ғәзиз шуға

Йоҡлап ятҡан арыҫлан һының,

Тыуған яғым һулышынан

Тын ялғаған диңгеҙ тыны...


 
  
This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.