Донъя. М.Аҡмулла

Донъя
автор Мифтахетдин Аҡмулла (1831—1895)
Ҡара Йөкмәтке. Сығанаҡ: Әхәт Вилданов. Аҡмулла. Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1981. — 224 бит.Аҡмулла сайты


Донъя


Дәртебеҙҙең барсаһы — донъя милке,
Донъя осон ер ҡаҙып, булдыҡ төлкө.
Ҡәнәғәт ҡылмағандың ҡарыны ас —
Төндә йоҡо күрмәнек, көндөҙ — көлкө.
Һин, донъя, алдатаһың барыбыҙҙы,
Эт-нәфескә килтерҙең бит арыбыҙҙы*.
Һиллек бөтөп, күрһәттең күп ҡазалар,
Өйҙә тыныс ҡуйманың ҡарыбыҙҙы.
Еңел эш, буш һүҙгә ҡолаҡ һалма,
Булыр-булмаҫ кәңәште уйға алма.
Үҙ атаңдың күрһәң дә хилаф эшен,
Дөрөҫөн әйтеүҙән һис оялма.



Аңлатмалар

  • Ар (ҡ.) — намыҫ[1].

Иҫкәрмәләр

  1. Әхәт Вилданов. Аҡмулла. Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1981. — 224 бит. — 98 биттә