Доғам. Фирүзә Абдуллина.


Доғам. (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 2011.. Нәшер ителгән: 09.12.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


* * *


Бар уйҙарым һиндә генә,
Һинең өсөн тын алам.
Иртә-кисен ҡабатлайым:
“Тик иҫән-һау бул, балам”.

Әрнеүҙәрем, рәнйеүҙәрем,
Һағышым менән ҡалам.
Доға итеп ҡабатлайым:
“Тик иҫән-һау бул, балам”.

Изге уйлы кешеләрҙең
Уртаһында бул, балам…
Илатһаң да, рәнйетһәң дә,
Иҫәнлек теләп ҡалам.