Дуҫыма. Фирүзә Абдуллина.


Дуҫыма. (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 25.03.2014. Нәшер ителгән: 01.12.2014. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


Дуҫыма


Өйрәнербеҙ микән берәй ҡасан
Үҙебеҙҙе бер аҙ яҡларға?
Беҙҙе яратҡанды яратырға,
Яраларҙан йәнде һаҡларға?

Күҙгә ҡарап артҡа тибеүсене
Өйрәнербеҙ микән танырға?
Күпме мөмкин хистәр усағында
Үкенестәр менән янырға?

Эй, йөрәгем!
                 Ҡасан дилбәгәне
Тотторорһоң аҡыл ҡулына?
Хис-тойғолар китһә, йөрәгемдән
Ҡалыр төҫлө бары ҡуҙ ғына…

…Усағыма утын өҫтәр йәндәр,
Һөйөүегеҙ менән килегеҙ!
Мине яратҡандар!
                   Яратырмын
Мәңгелеккә!
                 Шуны белегеҙ!!!


25.03.2014