Дуҫ-дошманды айырыуҙың
Иләге ике ҡатлы:
Беренсеһе уның – ҡайғы,
Ә икенсеһе – шатлыҡ.
Еңел-елпе көнләшкәндәр
Ҡайғы килһә, күренә,
Шатлыҡтары, гөлдәр булып,
Сәскәләргә төрөнә.
Ысын үсле ҡайғыларҙы
Уртаҡлашыр кинәнеп,
Алданырға бигерәк шәп
Ихласлыҡҡа инанып!
Иллә-мәгәр шатлыҡ килһә,
Ысын йөҙө асыла,
Күҙҙәренән күреп була
Хистәренең асылын.
Ҡайғыла ла, шатлыҡта ла
Ысын дуҫтар эргәлә,
Бөтәһен дә уртаҡлашыр,
Инер бергә гүргә лә.
Килер шатлыҡтар хаҡына
Бирешмәм ҡайғыларға,
Шартлаһын әйҙә дошмандар,
Һыймайса донъяларға!
Уңға-һулға ҡарап тормай
Үҙ юлым менән киләм,
Уртаҡлашып шатлығымды
Бөтә донъяға көләм!