Дүртөйлөм. Гүзәл Ситдиҡова

ДҮРТӨЙЛӨМ


Дүртөйлөм - һин әсәм һыны,
Һинең тының - әсәм тыны,
Ҡанбабалар мираҫ иткән
Дошман ҡырған ҡылыс ҡыны.
Дүртөйлө тип - шыр тиле тип
Үҙ-үҙенән көлгән затым,
Йөгөнгәндә ергә ятмай,
Тағы ҡалҡып килгән затым..
Әсәй йәлләп илай ине
Һуғыш мәле кешеләрен,
Башаҡ йыйҙыҡ - аш күрмәнек,
Ас китте, тип, күршеләрем,
Көндөҙ йыйып, төндә һуғып,
Аяғүрә йоҡлауҙары...
Күктәрҙе лә күкрәткәндер
Балаларҙың аһ-зарҙары.
10-12 йәшлектәр ҙә
Еңеү өсөн һалған көсөн.
Сабыйлыҡтан саҡ сыҡһа ла
Әсәмдең дә бар өлөшө.
Йылдар үткәс тик быныһын
Иҫәпкә лә алманылар,
Йәш етмәгән стажға тиеп
Шул йылдарһыҙ һананылар
Эшләтергә йәш еткән дә...
Ярай әле ҡалған тере...
Ауыр саҡта таҡмаҡ әйтеп
Әүрәткәндәр берен-бере:
"Шүлийәнән ағып килә
Бәрәңге ҡабыҡтары,
Тышы ҡылҡа, эсе шурпа
Йәрмиә халыҡтары"
Еңеү һүҙе килеп еткәс
Әсәм сәскән бер өйәңке.
Гөрләп үҫеп киткән булған,
Йәмләп торған шул төйәкте.
Өлгөрмәнем уны күреп,
Әсәм киткәс ул да киткән...
Тиҫтерҙәре ҡалмаған да...
Ауылы ла инде бүтән
Тик шулай ҙа, Дүртөйлөм, - һин
Ғүмер биргән әсәм һыны.
Тамырымда - һинең һутың,
Һулышымда - һинең тының.
Дүртөйлөм...


2015



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.