(Зәки Вәлидигә)
Юлға сығып ҡына баҫтым -
Тышауланы аҡ буран,
Юғалды ла ҡуйҙы кинәт
Ауылым урам-урам.
Яҡын ғыналыр ҙа йорттар,
Тик , күрмәгәс, ни файҙа?
Ҡайҙа булды кеше заты,
Барған һуҡмағым ҡайҙа?
Япа-яңғыҙ - ғәрәсәттә,
Аҙашмаҫҡа ни сара:
Бар тарафың ҡоршалғанда
Яҙлыҡмай барып ҡара!
Аҙашһам - ярай яңғыҙым,
Юҡ миңә күҙ тегәгән,
Бер Аллаға ышанысым -
Юл табырға теләһәм.
Ҡар кәртәлә баҫып торам,
Ә уйымда - Вәлиди,
Дәүер буранында инең -
Әй аңлайым хәлеңде!
Үҙең генә түгел, милләт
Ҡалғайны шул ҡоршауҙа
Ҡайҙа баҡма - күҙ бәйләнгән,
Асып булмаҫ шаршауҙар...
Буран тынды. Күк йөҙө лә
Балҡып китте көнөндә,
Ҡарҙан да аҡ ҡар йымылдай,
Бар донъя - ус төбөндә.
Көләләр, аҙашҡанһың, тип
Ике генә аҙымда.
Зәки, нисек юл эҙләнең
Дәүерҙәр буранында?
Үткәндәргә, буран тынғас,
Анһат ҡына үтәләр:
- Улайтмаҫ кәрәк ине ине! - тип,
Анһат хөкөм итәләр.
Ғәйепләүе бөгөн еңел,
Өйгөләп барҙы-юҡты.
Бына әле дауыл да юҡ...
Күрәбеҙме офоҡто?