Дәүер ташы. Тамара Искәндәриә

Дәүер ташы (Шиғыр)
автор Тамара Искәндәриә


Дәүер ташы


1
Һин ни тиклем был заманға тап килгәнһең,
Мин шул тиклем был замандан
Алыҫтамын.
Яуҙа, дауҙа һинең булмыш.
Ә мин һаман
Мәңгелек Рух эргәһендә алыштамын.

Ялған менән йөҙгә-йөҙ һин килгән саҡта,
Бәрелеүең һайын һыҡтап,
Мин тетрәйем.
Был донъяның Аҡ, Ҡараһы яғалашып,
Һин янаһың...
Аһтар ороп,
Мин күкрәйем.

Йәшәйештең һәр биҙәген ҡабул итәм —
Һалҡын ташта ҡалған
Эҙҙәр семәрен дә...
Ҡалһын ине һөйөүемдән
Иң матур эҙ,
Дәүер ташы, һинең
Яныу-ғүмереңдә.

2

Мин бит беләм: мин берҙән-бер
Һинең өсөн.
Берҙән-бер Ер,
Берҙән-бер Күк булған төҫлө.
Ваҡ тойғолар күҙгә тула, ҡомдай осоп.
Мин берҙән-бер булғанға һин
шундай көслө.

Йәшәйһең һин, йыһан менән иҫәнләшеп.
Ана, ҡара, йондоҙ осто — ул бер ғашиҡ!
Ғаләм иңләп баҙлап оса
Һинең йөрәк —
Заманыңдың заңлы, саңлы бәллүр ташы...
Дәүер ташы.