Дөйә ниндәй була?(хикәйә). Факиһа Туғыҙбаева

Дөйә ниндәй була? ( хикәйә )
автор Факиһа Туғыҙбаева

FuthorФакиһа Туғыҙбаева '

.Нәшер ителгән: 2009 йыл. Сығанаҡ: "Мин уҡырға яратам ".-Өфө/Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап " нәшриәте,2009 йыл


Дөйә ниндәй була?


 Беҙҙең класта иң алдынғы уҡыусы — Әлфиә. Ул гел «дүртле», «бишле» ала. Ә мин — иң насар уҡыусы. Класс етәксеһе Зәки ағай ҙа, һабаҡташтарым да шулай иҫәпләй. Мин генә бүтәнсәрәк уйлайым. Ниндәй малай икәнлегемде мин бөтәһенән дә шәберәк беләм. Тырышһам, иң кәмендә, «дүртле»гә уҡыр инем. Тырышмайым ғына. Тиҫкәрелегем харап итә. Класс йыйылышында берәйһе:
— Морат тәнәфестә ҡыҙҙарҙы ҡыйырһыта, — тип әйтһә, икенсе көндө бөтә ҡыҙҙарҙың да сәсен тартып, бантиктарын һүтеп сығам. Әлфиәгә бәйләнергә бигерәк тә яратам. Сәбәбе шул: кластағы бер ҡыҙға ла оҡшамаған — ошаҡлашмай ҙа, иламай ҙа.
Бер көн класҡа көнбағыш алып килдем дә тәнәфес ваҡытында Әлфиәнең күҙ алдында ярып ултырҙым, һуңынан ҡабығын уның партаһы аҫтына һалып ҡуйҙым: ни эшләр икән? Әлфиә көнбағыш ҡабығын, ҡағыҙға төрөп, сүп һауытына ташланы ла асыуланып ҡараны:
— Мәктәптә көнбағыш ярмайҙар!
Мине белмәй тиме икән ни? Уҡытыусыға ошаҡлашһын ине ул!.. Иртәгә мин, тағы ла күберәк көнбағыш алып килеп, ҡабығын уның парта аҫтына өйөп ҡуйыр инем. Вәт мәҙәк булыр ине!
Тиҙҙән 8 Март байрамы буласаҡ. Был көнгә Һәр малай бер ҡыҙға бүләк әҙерләргә тейеш. Мин Әлфиәне һайланым. Малайҙарҙың күҙҙәре шар булды. Минең уны көн һайын йөҙәткәнлегемде бөтәһе лә күреп тора бит.
Байрам көндө ҡыҙҙар дәрескә ҡупшы кейенеп килде. Көнө буйы шатланып, көлөп кенә йөрөнөләр.
Дәрестән һуң байрам булды: ҡыҙҙарға бүләк тапшырҙыҡ. Әсәйҙәргә, ҡыҙҙарға арнап йырҙар йырланыҡ, шиғырҙар һөйләнек, бейенек.
Әлфиә, мин бүләк тотторғас, ғәжәпләнеп китте. Көтмәгәндер инде, күренеп тора. Бит остары алһыуланды. Уның шатланғанын күреп, йөрәгем «жыу» итеп китте. Әлфиә оҙон керпектәрен бер Һирпеп кенә ҡараны ла мин биргән ҡумтаны аса башланы. Уйынсыҡ дөйәне ҡулына алғас, тағы матур итеп йылмайҙы. Ҡумта төбөндәге открытканы күреп ҡалды. Ә мин, беләһегеҙме, нимә тип яҙғайным? «һин ошо дөйәгә оҡшағанһың».
Мин Әлфиәне һаман күҙәтәм. Бына ул уйынсыҡ менән открытканы портфеленә һалды ла минең эргәмә килде:
— һиңә ҙур рәхмәт, Морат! Бигерәк матур дөйә.
Иламаны ла, үпкәләмәне лә. Миңә ҡыйын булып китте. Үкенеп ни ҡыйратаһың хәҙер.
Икенсе көндө Әлфиә:
— Морат, беләһеңме, дөйәләр ниндәй була? — тип һораны.
Мин, ысынлап та, дөйәнең ниндәй хайуан икәнлеген яҡшы белмәй инем. һүрәтен китаптан ғына күргәнем бар. Белмәгәс, Әлфиәгә ни тип яуап бирергә лә баш етмәне. «Ошоно уҡып сыҡ әле», — тип ул «Сүл хайуандары» тигән китап тотторҙо.
Өйгә ҡайтҡас, китапты бер тында уҡып сыҡтым. Дөйә тураһында унда: бик тырыш, аҡыллы, тыңлаусан, сыҙам, тип әйтелгәйне. Ә мин, наҙан, шундай һәйбәт хайуан менән Әлфиәне үпкәләтмәксе булдым бит әле...

 


2009 йыл