Егеткә. Салауат Юлаев

Егеткә (шиғыр)
автор Салауат Юлаев
Сығанаҡ: http://blang.ru/writers.php?w=78


Егеткә


Бейектә оса ҡоҙғон ҡош,
Унан бейек осор ыласын бар.
Ыласындан да бейек оса торған
Ҡош батшаһы — ҡыйғыр бөркөт бар.

Шул бөркөттәй, егет, батыр бул.
Тайғаныңда таян дуҫтарға.
Яуҙа арыҫландай ажғырып,
Йән аямай ташлан дошманға