Егетлек хасиәте — мәғрифәттә. М.Аҡмулла

Егетлек хасиәте — мәғрифәттә
автор Мифтахетдин Аҡмулла (1831—1895)
Ҡара Йөкмәтке. Сығанаҡ: Әхәт Вилданов. Аҡмулла. Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1981. — 224 бит.Аҡмулла сайты


Егетлек хасиәте — мәғрифәттә


Әҙәмгә ауыр дәүләт буйын баҡмаҡ,
Һүҙҙәрҙең мәғәнәһе юҡ телең һаҡлап.
Егетлек хасиәте — мәғрифәттә,
Илдә үҫкән һәнәр түгел ғафил ятмаҡ.

Күсмәле ҡаҙаҡбыҙ бит күрке* аҫтында,
Һәнәр юҡ, йоҡлағандай көрп* аҫтында.
Ғәмһеҙ булып ята бирһәң, хур булырһың,
Яу юҡ тип уйламағыҙ бүрек аҫтында.

Башҡа илде беҙ күрәбеҙ: тауға сыҡҡан,
Һис ҡасан ил уңа алмаҫ түбән баҡҡан.
Мәғрифәт даръяһы күпкә уртаҡ,
Ынтылып, хур ҡалмайҙыр ҡулын тыҡҡан.

Барыбыҙ ҙа бер төрлөбөҙ тәбиғәттә,
Яңғыҙ айырма ғына бар бер сифатта.
Ғилем сәскән әҙәмде һыйламайһыҙ,
Байҡағыҙ, ошо холоҡмо мәғрифәттә?

Тормошо башҡа илдәрҙең көн шикелле,
Тормошо наҙан илдең төн шикелле.
Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ, мейегә һалып:
Күренә ошо ере миң шикелле.

Булмайҙыр атлы менән йәйәү берҙәй,
Буламы алыҫ менән таяу* берҙәй?
Байҡаһаҡ, араһында айырма күп,
Буламы йоҡо менән уяу берҙәй?

Булмайҙыр сабан берҙәй елгән менән,
Буламы наҙан берҙәй белгән менән?
Киң ҡултыҡ көпө кейеп, йыуан итек,
Файҙа юҡ күренгәнгә көлгән менән.

Файҙаһы юҡ буш һүҙгә һәр кем етек*,
Был һүҙҙе талаш ҡылмаҫ күңеле китек.
Таш, ебеп, балҡымайҙыр майлау менән,
Күнмәҫ яңғыҙ туң муйын, йыуан итек.

Ҡымыҙ эсеп, һәнәр түгел ит аҫтырған,
Беҙҙәрҙе йәһәләткә тоташтырған.
Замана ҡалай булһа — барыу шулай,
Сығайыҡ шул тарихтан аҙаштырған.

Йөрөйһөгөҙ киң далала уйнап-көлөп,
Ҡыҙырған һәнәр түгел атҡа менеп.
Ҡуҡырайып, муйын һуҙып, атҡа менеп,
Йөрөүҙе уйламағыҙ һәнәр белеп.

Маҡтанмағыҙ кейем менән атығыҙға,
Шуны уйлағыҙ — ни лазым* затығыҙға.
Яҡ-яҡҡа ҡарау кәрәк баш күтәреп,
Әйләнә, алыҫтағы ятығыҙға.

Ни лазым — шуны белмәк инсаниәт,
Һәр нәмә үҙгәреүҙән булмайҙыр ят.
Әҙәмгә лайыҡлы бер эште белһәк,
Айырылыр шунда беҙҙән хайуаниәт.

Үтте ғүмер ут өсөн талашҡан менән,
Булмайҙыр төҙөү бер аҙашҡан менән.
Эҙләһәң, табылалыр эҙләгәнең,
Белем ал белемгә дуҫлашҡан менән.

Мал түгеү һәнәр түгел волостнойға,
Золомлоҡ шунан килеп ҡушылмаймы?
Сарыф ҡылып золомлоҡҡа, мал аямай,
Ҡоларһығыҙ ахырҙа тәрән сайға.

Бей, волостной! Һәнәр түгел пара* ейгән,
Насарға хөкөм ҡылып, тикә* йыйған.
Эшеңде йүнләрбеҙ, тип, эйәк ҡағып...
Хайуан да бынан артыҡ сыуын ейгән!

Ҡараһаң бейҙән бире — ауылнайға,
Ҡарынын тултыра ит менән майға.
Халыҡтан йыйып алып, файҙаланып,
Баралыр сәләм менән волостнойға.

Илереп талашалыр ауылнайҙар,
Сығымды берҙәй һалып ярлы, байға.
Ил һынашҡан талаштан табыш табып,
Башҡа өлөш сығара ул волостнойға.

Байҙар йөрөй һәнәр күреп волостнойҙы,
Ҡыҙырып, табыш күреп ит менән сәйҙе,
Бейлекте камиллыҡ тип, ҡарынын һыйпап,
Ученый дәрәжә тип ауылнайҙы.

Һәр ҡайҙа хәлең харап, булһаң наҙан,
Йоҡонан баш күтәрер зирәк әҙәм.
Башҡа йорт ғилем эҙләп талпыныуҙа,
Һис юҡтыр ер йөҙөндә беҙҙән яман.

Ғилемлек даръяһынан ҡаҙ алмаған,
Мәғрифәт тарихына күҙ һалмаған,
Вәғәзебеҙ беҙҙең кемгә тәьҫир итәр?
Торғаны буш һауытбыҙ бал һалмаған.

Егеттәр, хәбәрҙар бул замананан,
Һыйырҙан артыҡ түгел наҙан әҙәм.
Ниңә беҙ хур булабыҙ башҡа йорттан -
Беҙ ҙә бит тыуып-үҫтек ата-ананан?

Ҡолаҡ һалырға торабыҙ юҡ кәңәшкә,
Файҙаһыҙ, бушҡа олаҡҡан ирегешкә.
Улымын фәләндең, тип, күкрәк ҡағып,
Ҡушабыҙ ата-ананы түбәләшкә.

Йүн күрер, яҡынынан ише булһа,
Буталған ул сама уйҙың "башы" булһа,
Талпынып хәл ҡәҙәре ҡарар инем,
Ҡарарға ҡатын, бала, ашы булһа.

Дәртем бар, дарманым юҡ, мин — буҙ бала,
Күргәнем был ғәйептән юҡтыр дана.
Бер-бере менән яулашалар ут башында —
Ошондай бахыр ҡаҙаҡ ҡайғыларҙа.

Үҙ ғәйебеңде тикшереү оят имәҫ,
Һыймайҙыр аҡ ҡағыҙға хилаф кәңәш.
Волость, бейҙең юлын ҡуй, һәнәр өйрән,
Тигәнемде тере йән нахаҡ тимәҫ.

Үҙемде төҙөкмөн тип аҡламайым,
Күңелемдә булһа уйым — һаҡламайым.
Әйтегеҙ, был һүҙемдә хата булһа —
Үҙемде хатам юҡ тип маҡтамайым.

Дәртем бар — телем һаҡау һөйләшеүгә,
Майҙанда ҡулым сулаҡ көрәшеүгә.
Юртҡан менән көйһөҙ ишәк уҙа алмайҙыр —
Күсәлер бер аҙҙан һуң аҙымлауға.

Мин дә бит, оҙаҡ йоҡлап, ғафил ҡалдым,
Уйланып, инде бына иҫемә алдым.
Йомартлыҡ — ҡулда барға, тигән һымаҡ,
Барымды хәл ҡәҙәре аҡҡа һалдым.

Һуҡыр ҡуй, наҙан әҙәм нурҙы күрмәҫ,
Күҙе юғын башына ла ул килтермәҫ.
Һәр кемгә үҙ кәрәген эҙләү кәрәк —
Иламаған балаға имсәк теймәҫ.



Аңлатмалар

  • Күрке (ҡ.) — ҡыуыш.
  • Көрпә (т.) — ябыу, юрған
  • Таяу (т.) — йәнәш, ЯҠЫН
  • Етек — өлгөр мәғәнәһендә
  • Лазым (ғ.) — тейеш
  • Пара (ҡ.) — алым, ришүәт
  • Тикә (ф.) — бер ҡабым, һыныҡ

Иҫкәрмәләр