Егеттәрҙәй мәле Йәнйегеттең

Егеттәрҙәй мәле Йәнйегеттең
автор Ансар Нуретдинов
Ижад итеү ваҡыты: 2016. Нәшер ителгән: 2016. Сығанаҡ: Ансар Нуретдинов. Егеттәрҙәй мәле Йәнйегеттең // «Башҡортостан» гәзите, 2016, 26 февраль



Егеттәрҙәй мәле Йәнйегеттең

Ағиҙел буйында ятҡан Иҫке Йәнйегет – райондың иң ҙур һәм төҙөк ауылдарының береһе. Бай тарихы, сағыу шәхестәре менән республика кимәлендә лә яҡшы билдәле ул. Арҙаҡлылар исемлеген Башҡортостандың халыҡ артисы Филүс Гәрәев, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан танылған драматург Ғамир Насыри башлап ебәрһә, артабан – данлыҡлы уҡытыусылар, ғалимдар, табиптар, хәрбиҙәр һәм башҡа тармаҡтарҙа шөһрәт ҡаҙанған алдынғылар. Уларҙың фотоһүрәттәре, тормошо, эшмәкәрлеге хаҡында ҡыҫҡаса белешмәләр мәктәптәге, китапханалағы стендтарға ҡуйылған. Ҡайһы берҙәренә арнап махсус альбомдар ҙа төҙөлгән.

Гәрәй ырыуы нәҫелдәре

edit

Олуғ ғалим Әнүәр Әсфәндиәров «Башҡортостан ауылдары тарихы» тигән китабының Краснокама районына арналған яҙмаларын Йәнйегеттән башлап, уның яҡын-тирәлә иң боронғо икәнен билдәләгән. Гәрәй ырыуы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә урынлашҡан ул. Уның хаҡында телгә алынған тәүге архив мәғлүмәттәре 1701 йылға ҡарай: Теләков фамилиялы кеше ҡартатаһы Йәнйегеттең 1612 йылда ергә хоҡуғын нығытҡан ышаныс грамотаһы алыуы хаҡында бәйән итә. Был ир-уҙамандың ситтән килгәндәрҙән һаҡланыу өсөн аҫабалығын рәсми ҡағыҙ менән нығытырға мәжбүрлеген раҫлай. Һөҙөмтәлә Ағиҙелдең түбәнге ағымындағы ер биләмәләре хужаһының исеме ауылға атама булып күскән.

1795 йылда Йәнйегеттәге 47 хужалыҡта 310 аҫаба башҡорт, өсәүһендә 15 типтәр йәшәүе теркәлгән. XIX быуат башында ауылдағы ир-егет 328-гә еткән, 1850 йылда иһә милләттәштәребеҙ 500 самаһы иҫәпләнгән. Ә типтәрҙәр был осорҙа өс-дүрт тирәһе булған. 1859 йылғы иҫәп алыу һөҙөмтәһе шуны күрһәтә: ауылда 1246 башҡорт һәм һигеҙ типтәр йәшәгән.

Артабан, халыҡ арта барғас, бер нисә ғаилә биш-алты саҡрым алыҫлыҡтағы Яңы Йәнйегеткә нигеҙ һалған тип фаразларға кәрәк. XIX һәм XX быуаттар алмашынған осорҙа Иҫке Йәнйегет булып ҡалған ауылдың 297 йорт-хужалығында 1 525 башҡорт теркәлгән.

1961 йылда нәшер ителгән «Башҡорт АССР-ының административ-территориаль бүленеше» исемле белешмә-китапта ауылда 1 055 башҡорт йәшәүе хаҡында әйтелә. Баҫманың 1981 йылғы сығарылышында ла «Ағиҙел» колхозына ҡараған Иҫке Йәнйегет халҡының башҡорт икәнлеге телгә алына. 2010 йылда иһә ауылда 253 ир-егет һәм 276 ҡатын-ҡыҙ теркәлһә, әле 290 йортта 556 кеше көн итә.

Тимәк, урындағы халыҡ – Гәрәй ырыуы башҡорттары нәҫеле. Улар үҙ тамырын белеп, ата-бабаһының юлын лайыҡлы дауам итергә бурыслы.

«Нисек буш ултырмаҡ кәрәк?!»

edit

Һуңғы йылдарҙағы ҡулайлаштырыу мәсьәләһе Иҫке Йәнйегетте лә урап үтмәгән. Мәҫәлән, ауыл хакимиәте Яңы Йәнйегеткә күсерелгән. Башлыҡ Ирина Ниғәмәтова белдереүенсә, Иҫке Йәнйегет халҡы ғәҙәти тормош менән йәшәй, урындағы социаль учреждениелар хеҙмәтен лайыҡлы атҡара. Әйтәйек, «Ҡояшҡай» балалар баҡсаһы, урта мәктәп бар. Китапхана, клуб хеҙмәткәрҙәре иһә, электән нығынған йолаларға ярашлы, ауылдаштарының ялын күңелле һәм файҙалы итеп ойоштороуға күп көс һала.

Ауылда көн иткән 556 кешенең күпселеге өлкән йәштәгеләр булһа, 200-гә яҡыны хеҙмәткә яраҡлы. Уҙған быуаттың икенсе яртыһында районда алдынғылар рәтендә һаналған «Ағиҙел» колхозы бөтөрөлгәс, эшсе халыҡ та төрлө урынға таралған. Заманында игенселек, малсылыҡ шөғөлдәрен үҙ иткәндәрҙең бәғзеләре Себер яғына юлланһа, ҡулы тәғәйен һөнәргә оҫталары яҡын-тирәлә ялланып аҡса таба. Араларынан бер нисәүһе үҙ эшен асҡан.

Аралашырға насип булғандарҙың күбеһе үткәнде һағынып иҫкә алһа ла, бөгөнгөнө хурлағандар булманы. Киреһенсә, берәүҙең дә ас-яланғас түгеллеген, теләк булһа, гөрләтеп йәшәү мөмкинлеген билдәләнеләр. «Ауылда нисек буш ултырмаҡ кәрәк?!» – ти уңғандар. Араларында күпләп һыйыр малы, ҡош-ҡорт аҫрағандар байтаҡ. Һарыҡсылыҡ, йылҡысылыҡ менән шөғөлләнәләр, умартасылыҡҡа тотонғандар, Ағиҙелдә балыҡ тотоп табыш алалар. Бәрәңгене, йәшелсә-емеште иһә барыһы ла үҫтерә.

Ғөмүмән, тормош гөрләй Иҫке Йәнйегеттә. Урамдарға асфальт түшәлгән, йорттарға тәбиғи газ ингән. Күптәр өйөн, ҡура-ҡаралтыһын заманса материалдар менән биҙәгән. Йортонда ҡаланыҡылай уңайлыҡтар тыуҙырған йәштәр ҙә бихисап. Ҡыҫҡаһы, үҙ тырышлығы менән тыныс ҡына, һәүетемсә йәшәй милләттәштәребеҙ.

Тормошто йылыта «Ҡояшҡай»

edit

«Ҡояшҡай» балалар баҡсаһы 1978 йылда эш башлаған. Унда әле өс тиҫтәгә яҡын сабый тәрбиәләнә. Заманса учреждениеның йәш етәксеһе Зифа Басирова, уңған тәрбиәселәр, уларҙың ярҙамсылары киләсәк быуын мәнфәғәтендә арымай-талмай эшләп, ата-әсәгә тыныс хеҙмәт көнө тәьмин итә. Учреждениела белем һәм тәрбиә биреүҙең яңы стандарттары теүәл үтәлә, уларға ярашлы даими үткәрелгән сараларҙы ойоштороуға ата-әсәләр ҙә йәлеп ителә. Сабыйҙарҙың физик үҫеше, сәләмәтлек торошо – һәр саҡ иғтибар үҙәгендә. Былтыр райондың 18 балалар баҡсаһы араһында уҡыу йылына әҙерләнеү буйынса иғлан ителгән конкурста III урынды яулап, “Ҡояшҡай” хакимиәттең махсус бүләгенә лайыҡ булған. Коллективтың дөйөм уңышы был. Сирек быуат ғүмерен тәрбиә эшенә арнаған Зифа Хәбибуллина, сабыйҙарға ике тиҫтә йылдан ашыу тәмле, туҡлыҡлы аш-һыу әҙерләгән ашнаҡсы Финсирә Гәрәева – ауылдаштарының ҙур хөрмәтен яулаған хеҙмәткәрҙәр.

Арҙаҡлы яҡташтарҙы маяҡ итеп

edit

Ауылда башланғыс мәктәп 1921 йылда асылған. Артабан ул ете, һигеҙ йыллыҡҡа әүерелә. 1974 йылдан иһә уҡыусыларға урта белем бирелә башлай.

Мәктәп әле лә бурыстарын лайыҡлы атҡарыуҙы дауам итә. Унда һөнәрен мөкиббән яратҡан, үҫмерҙәрҙең яҡын кәңәшсеһенә әйләнгән ун уҡытыусы эшләй. Араларында Эльмира Ҡәйүмова – Рәсәйҙең почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы. Педагогик эшмәкәрлеген башлауға – дүрт тиҫтә йыл. Хеҙмәт юлында вожатыйлыҡтан алып барлыҡ баҫҡыстарҙы үткән. Һуңғы 16 йылда етәкселек бурысын лайыҡлы йөкмәгән. Әле педагог булараҡ бай тәжрибәһе менән ихлас уртаҡлаша.

– Мәктәптә заман талаптарына ярашлы белем биреү өсөн барлыҡ шарттар булдырылған, – тип уҡыу йорто менән таныштырҙы бөгөнгө етәксе Ришат Ситдиҡов. – Башланғыс кластар өсөн интерактив таҡталар алынған, айырым предметтар буйынса кабинеттар заманса йыһазландырылған, компьютер бүлмәләре бар. Күрше ауылда йәшәгән уҡыусыларҙы мәктәп автобусы алып килә һәм кире илтеп ҡуя.

Директор мәктәптең ҡаҙаныштарын сағылдырған маҡтау ҡағыҙҙарын күрһәтте, еңеүҙәргә арналған башҡа мәғлүмәт менән таныштырҙы, балаларҙың һәм йәштәрҙең әүҙем эшләп килгән йәмәғәт ойошмалары хаҡында һөйләне. Июндә билдәле драматург Ғамир Насыриҙың тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан шәхестең исемендәге әҙәбиәт музейы асырға, ә көҙ Башҡортостандың халыҡ артисы Филүс Гәрәевтең тыуыуына 75 йыл тулыуҙы билдәләргә әҙерләнәләр икән.

Өлкән кластарҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытҡан Әлфиә Бәҙретди­нованың дәресенә инергә насип булды. Уҡыусылар XIX быуат мәғрифәтселәренә арналған инша яҙыу менән мәшғүл ине. Педагог әйтеүенсә, район олимпиадаларында даими еңеү яулап, республика кимәлендә лә яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән Гөлшат Хәйбрахманова, Илнара Кашапова һәм Айгөл Ғиләжева туған телде өйрәнеүҙә башҡаларға үрнәк күрһәтә.

Кешеләрҙең хөрмәте – иң ҙур бүләк

edit

87 йәшенә яҡынлашҡан Барый Ғаффан улы Ғүмәров ауылда иң ихтирамлы кешеләрҙең береһе икән. Өс тиҫтә йылдан ашыу етәксе вазифаларҙа эшләгән, шул иҫәптән оҙаҡ ваҡыт «Ағиҙел» колхозының рәйесе булған. Ветерандың бихисап наградалары араһында Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм ике «Почет Билдәһе» ордендары бар. «Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре», «Краснокама районының почетлы гражданы» тигән маҡтаулы исемдәре лә күп нәмә хаҡында һөйләй.

Барый ағайҙың үҫмерлек йылдары Бөйөк Ватан һуғышы осорона тура килә. Барса тиңдәштәре кеүек үк, өлкәндәр менән бергә колхоз эшенә егелә ул. Тәбиғәттән бирелгән отҡорлоғо арҡаһында һәм тәжрибәле механизаторҙар ярҙа­мында тиҙ арала комбайнды үҙләштереп, биш йыл рәттән район хужалыҡтарында иген йыйыуҙа тырышып эшләй, алдынғылыҡты бирмәй. Шул уҡ ваҡытта гармунда, аккордеонда оҫта уйнай, мәҙәни сараларҙың уртаһында ҡайнап йәшәй. Тап шул осорҙа ғүмерлек мөхәббәте Сәмәниәне осрата.

Армияла иҫәп-хисап үҙенсәлектәренә ныҡлы өйрәнеп ҡайтҡан егет башта халыҡ хужалығы иҫәбе буйынса инспектор була, унан МТС-та кадрҙар бүлегенә етәкселек итә. Яуаплы вазифаға уны ауыл хакимиәттәрен эреләтеү башланғас «егәләр»: 1954 йылдың июлендә Иҫке Йәнйегет ауыл Советы башҡарма комитеты рәйесе вазифаһын ышанып тапшыралар.

– Тәжрибәле өлкән ағайҙар дәртләндереп торғас, эшкә ҡолас киреп тотондом, – тип хәтерләй ул саҡтарҙы Барый Ғаффан улы. Ал-ял белмәй, бер ниндәй шелтә-тәнҡиткә урын ҡалдырмай, бурысын намыҫ менән башҡара коммунист. Ыңғай эш һөҙөмтәләрен, ойоштороу һәләтен иҫәпкә алып, 1962 йылда уны «Ағиҙел» колхозының партия комитеты секретары, бер аҙҙан хужалыҡ рәйесе итеп һайлайҙар.

Барый Ғүмәров етәкселек иткән ике тиҫтә йылдан ашыу осорҙа Иҫке Йәнйегет һәм колхозға ҡараған башҡа ауылдар ныҡлы үҫеш кисерә. Игенселектәге, малсылыҡтағы юғары күрһәткестәр, хужалыҡ ҡуралары, мәктәп, балалар баҡсаһы, мәҙәниәт йорто, китапхана, фельдшер-акушерлыҡ пункты кеүек социаль объекттар төҙөү, асфальт юлдар һалдырыу, йорттарға газ индереү – быларҙың барыһы ла Барый Ғаффан улының башланғысы, туранан-тура ҡатнашлығы менән тормошҡа ашырыла. Бынан тыш, колхозсыларҙың көндәлек тормош-көнкүреш мәсьәләләрен ыңғай хәл иткәне өсөн дә рәхмәтте күп ишетә етәксе. Ауылдаштарының ҙур ихтирамын, хөрмәтен барлыҡ наградаларҙан ҡиммәтерәк һанай.

Арҙаҡлы ир-уҙаман тормош хәтирәләре тупланған «Яҙмыш һуҡмаҡтары буйлап» тигән китабында оҙайлы хеҙмәт юлында иңгә-иң терәшеп эшләгән коллегаларын, бар яҡлап терәк булған ауылдаштарын, райондың, республиканың төрлө йылдарҙағы етәкселәрен йылы һүҙҙәр менән телгә ала. Рәхмәтенең иң ҙурын һөйөклө ҡатыны, өс бала әсәһе, 14 ейән-ейәнсәренең яратҡан өләсәһе, күптән түгел 85 йәшен билдәләгән Сәмәниә Мөхәмәтйән ҡыҙына юллай.

Байҙан-бай өләсәй

edit

Матур-матур шиғырҙар ижад иткән Тәскирә апай хаҡында быға тиклем дә ишеткәнем бар ине. Тәмле ҡоймаҡ еҫе аңҡыған өйөндә әйҙүкләп ҡаршы алды ул. Төпсөк ҡыҙы Рәмиә лә бында икән. Тәскирә менән Муллайән Талиповтар биш малай һәм өс ҡыҙға ғүмер биргән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғаилә башлығы баҡыйлыҡҡа иртәрәк күскән. Хеҙмәт ветераны Тәскирә апайҙың күкрәген «Әсәлек миҙалы» һәм «Әсәлек даны» ордендары биҙәй. Ейән-ейәнсәрҙәре менән ҡыҙыҡһыныуыбыҙға ул шиғри юлдар менән яуапланы:

Алмағасым сәскә атҡан –

Барыһы ла бер тигеҙ.

Кемен һөйөргә лә белмәйем –

Оноҡтарым ун һигеҙ.

«Ә оноҡсоҡтарым – етәү», – тип өҫтәне бай өләсәй. Ихлас йылмайып, һөйөү-наҙ менән бәйән итте ул бәләкәстәр хаҡында. Улдарының СССР-ҙың төрлө тарафында хәрби хеҙмәт үткәнен ҙур ғорурлыҡ менән хәтеренә төшөрҙө.

– Барыһы ла армияға барҙы, хәҙер бынамын итеп йәшәйҙәр, – тип әйтеп ҡуйҙы, ир-егеттең иң тәүҙә Ватанды һаҡлаусы һәм яҡлаусы булырға тейешлегенә баҫым яһап.

Ҡыҙҙары менән дә ҡәнәғәт хеҙмәт ветераны. Яҙмыш ҡушыуы буйынса ситкә киткән өлкәндәре һағындырып ҡына ҡайтһа ла, Нефтекама дауаханаһында эшләгән Рәмиәһе тыуған йорт тупһаһын һыуытмай. Әсәһенең илһам килгәндә ашыҡ-бошоҡ яҙып ҡуйған шиғри юлдарын айырым дәфтәргә матурлап күсерә барыусы ла ул.

Тәскирә Талипова 34 йыл малсылыҡта эшләгән. Ауыр хеҙмәтенән тыш, ауылдың мәҙәни тормошонда ла әүҙем ҡатнашҡан. Апай яҡшы сығышы өсөн 1955 йылда тәүге маҡтау грамотаһына лайыҡ булғаны, үҙҙәрендә «Шишмә» тип аталған ансамбль ойоштороуҙары, «Оҙата барма» тигән халыҡ йырын айырыуса яратып башҡарыуы хаҡында һағышланып һөйләне. Әле лә форсат сыҡҡан һайын сәхнәгә саҡыра уны ауылдаштары.

Ә ауылда мәҙәни саралар гөрләп үтеп тора. Төп ойоштороусы Алһыу Исхаҡова һүҙҙәренсә, барыһын да китапхана, мәктәп менән бергә үткәрәләр. Мәҫәлән, район һабантуйына йыл да тирмә ҡоралар, бай программа әҙерләйҙәр. Иҫтәлекле даталарға, һөнәри байрамдарға арналған кисәләргә, халыҡ йолалары нигеҙендә сәхнәләштерелгән тамашаларға йәштәр ҙә, өлкәндәр ҙә теләп йөрөй.

Эштән йәм табып

edit

Рух сәләмәтлеге менән бергә, әлбиттә, һәр кем өсөн иң мөһиме – ныҡлы һаулыҡ. Иҫке Йәнйегет фельдшер-акушерлыҡ пунктының шәфҡәт туташтары Миләүҙә Мөғәрипова менән Рулиә Сәрүәрова, иң кәрәкле һөнәр эйәләре булараҡ, бурыс­тарын намыҫлы башҡарыуы, ихласлығы менән ауылдаштарының ҙур ихтирамын яулаған. Һауа торошоноң нисек булыуына ҡарамаҫтан, тәүлектең теләһә ҡайһы ваҡытында ла сирлеләргә медицина ярҙамы күрһәтергә әҙер улар. Төп иғтибарҙы түшәктә ятҡан биш сирлегә, бер йәше тулмаған туғыҙ сабыйға, 18 йәшкә тиклемге 85 бала һәм үҫмергә, хаҡлы ялдағы 185 ветеранға бүләләр.

– Шәфҡәт туташы булырға бала саҡтан хыялландым, – ти Рулиә Әхнәф ҡыҙы. – Һөнәремде ихлас күңелдән, яратып башҡарам.

Яңы Йәнйегет ауылы ҡыҙы 1985 йылда Пермь крайының Чайковский ҡалаһындағы медицина училищеһын тамамлаған. Тыуған төбәгендә мөхәббәтен осратып, кейәүгә сыҡҡан. Әле өлкән ул-ҡыҙҙары үҙаллы тормош көтһә, төпсөктәре – ата-әсәһе янында. Эшенән тәм, йәм табып, күптәргә өлгө булып йәшәй аҡ халатлы һәм аҡ күңелле Рулиә.


Ансар Нуретдинов.


Краснокама районы.


This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.