Гөр-гөр килеп уйнай ейәнсәрҙәр,
Береһе - алма, береһе - шафталы,
Ҡатындарҙың иң бәхетле мәле -
Емештәрен күргән саҡтары.
Ҡар яуҙырттым сана шыуһындар тип,
Күктәренә йәйғор буяштым,
Улар өсөн төндә ай ҡабыҙҙым,
Тоҡандырҙым таңда ҡояшты.
Ай-ҡояшым - баҡыйҙарҙан бирле
Ҡартәсәйҙәр һаҡлап тотмалы,
Йәйғоро ла, ҡары-ямғыры ла -
Мираҫлыҡҡа ҡалған ҡот-малы.
Барыһы - һеҙгә, йәнем дауамдары,
Һаҡлыҡҡа тип күмәм ҡуҙ көлгә,
Бәлки кәрәк булыр,
юраһам да
Ҡалдырмаһын тиеп ул көнгә.
Ҡулдарына һонам ҡылғәләмдәр,
Һүнә белмәҫ сыраҡ тотторам -
Өләсәйҙәр булып, икеһе лә
Ҡабатлаһын мине, тип торам.