Елдәр иҫкәндә. Дауыт Юлтый

Елдәр иҫкәндә (Шиғыр)
автор Дауыт Юлтый
Ижад итеү ваҡыты: 1913.


Елдәр иҫкәндә


Елдәр иҫә, көн-төн тауҙар кисә,
Белмәйем шул ҡайҙа барғанын;
Йәш йөрәгем яна һис туҡтауһыҙ,
Белмәйем шул ниңә янғанын.

Елдәр иҫә, көн-төн иҫә ул,
Урман, диңгеҙ, тауҙар кисә ул;
Йәш йөрәккә һис ни кәрәк түгел,
Бер ялҡынлы ҡараш етә ул.


1913