Еренә ереккән – эшенә береккән
editАуыр саҡтарҙа ла ул коллективты һаҡлап ҡала алды
editСаҡырманылар түгел, саҡырҙылар Рәмил Ғәтүф улын. Армияла партия ағзалығына кандидат итеп алынғас, прапорщик булып хәрби хеҙмәттә ҡалырға, Урал политехник институтын ҡыҙыл дипломға тамамлағанда — аспирантураға инергә, йәш белгес булараҡ — хәрби заводҡа, хатта дәүләт именлеге органдарына. Барыһынан да баш тартты. Яратып һайлаған төҙөүсе һөнәрен үҙ итте, донъялағы иң тыныс һәм барыһына ла, бар ерҙә лә кәрәкле эште. Сит яҡтарҙа төпләнергә лә күңеле тартманы...
Ғүмеренең етенсе тиҫтәһенә аяҡ баҫҡан көндәрендә тормош һәм хеҙмәт юлын күҙ алдына килтерә лә, йәмле йәйҙәрҙә Ағиҙел буйынан ҡайтмай һыу ҡойоноп, балыҡ тотоп үткән бала саҡ йылдарын, туғайҙарҙа бесән сабыуҙы, еләк-емеш, бәшмәк йыйыуҙы, үҫә төшкәс, һунарға йөрөүҙе хәтеренә төшөрә. Бушҡа йәшәлмәгән икән был донъяла, тип һығымта яһай. «Башнефтепромстрой» тресында ябай төҙөлөш мастеры булып эш башлап, уның генераль директоры вазифаһына күтәрелде Рәмил Ғүмәров. Рәсәйҙең почетлы, Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе булды.
Нефтекамалағы һәр дүртенсе йорттоң өсөһөн ул сафҡа индергән, ҡалалағы сәнәғәт предприятиеларының эреле-ваҡлы корпустарын күтәреүҙә лә уның хеҙмәт өлөшө тос. Уларҙан тыш, өс тиҫтә йылдан ашыу трестың төрлө кимәлдәге ойошмаларын етәкләгәндә, Яңауылда, республиканың төньяҡ һәм төньяҡ-көнбайышындағы башҡа район үҙәктәрендәге, ауылдарҙағы бихисап объектты төҙөүҙә лә ҡатнашты ул. Быларға шул осорҙа удар комсомол төҙөлөштәре булған Яр Саллылағы «Камаз»ды, Саян-Шушенск гидроэлектрстанцияһын, һуңыраҡ Әрмәнстанда ҡот осҡос ер тетрәүҙән һуң аяҡҡа баҫтырылған Спитак ҡалаһын да индерһәң, һәр ерҙә Рәмил Ғәтүф улының ҡулы менән күпме кирбес һалынған!
— Краснокама районының Иҫке Ноғай ауылында тыуып үҫтем. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үткән быуаттың 70-се йылдарында Түбәнге Кама һыу һаҡлағысын төҙөүгә бәйле ауыл күсерелде, бик йәмле урында ултыра ине, — тип һөйләй уҙаман. — Ғүмерлек һөнәрҙе һайлауым атайым өлгөһөнәндер инде — ул күп йылдар колхоз рәйесенең төҙөлөш буйынса урынбаҫары булды. Уның үҙ эше тураһында һөйләүен йыш ишетә инем. Мәктәптә уҡыу осоронда беҙҙең яҡтарға нефтселәр килеп тулды, һуңынан күп тиҫтерҙәрем ошо һөнәрҙе һайланы, тик ниңәлер мин уларға тартылманым. Аҙағыраҡ Нефтекама ҡалаһы ҡалҡып сыҡты. Унда йыш ҡына барғылап йөрөнөк, тәүҙә ағас барактарға, шунан ике-өс ҡатлы кирбес йорттарға ҡыҙыҡһынып ҡарай торғайным. Төҙөүсе булыу теләге шулай нығынғандыр инде...
«Яҙмышыма рәхмәтлемен», — ти Рәмил ағай. Ата-әсәһенең халҡыбыҙҙың матур йолаларына таянып тәрбиәләүе менән бер рәттән, ғүмер юлында тик ыңғай кешеләр йоғонтоһона эләгеүен дә билдәләй.
«Тыумыштан бирелгән матур холоҡ-фиғелемде, һәләттәремде күрә белгән уҡытыусыларыма, бергә уҡыған, эшләгән иптәштәремә, төрлө етәкселәргә рәхмәтем ҙур, — ти ул. — Бөгөнгө вазифаға юл бала саҡтан уҡ, йәмәғәтселек эшенең уртаһында булыуҙан башланғандыр инде. Юғары дәрәжәләргә бер ваҡыт та ла атлығып торманым, мөмкинлектәремде баһалап күтәрҙеләр, үрләттеләр, яуаплы эш тәҡдим иттеләр, ә мин уны үтәй алырымды күңелем менән тойомлап, күрһәтелгән ышанысты тағы ла дәртләнеберәк аҡларға тотона инем...»
Рәмил Ғүмәров ике тиҫтә йыл етәкләгән «Башнефтепромстрой» тресы — республиканың төҙөлөш индустрияһы флагмандарының береһе. Үткән быуаттың 90-сы йылдарындағы билдәле ваҡиғаларҙан һуң ил хужалығының бар тармаҡтары тиерлек таралып-тарҡалып бөткәндә, әлбиттә, был ойошмаға ла еңел булманы. Бөгөн 50 йыллығын билдәләгән Нефтекаманы төҙөгән бай тарихлы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденына лайыҡ булған трест коллективы һынауҙарҙы бирешмәйенсә еңеп сыға алды.
— Әлбиттә, ҡыйынлыҡтар күп булды. Бер-бер артлы килгән көрсөк күп төҙөлөш ойошмаларының бәкәленә һуҡты. Ете юл сатында ыжғыр елдәргә һыр бирмәй баҫып торған имән кеүек, беҙ ҙә заман елдәренә бирешмәнек — ти Рәмил Ғәтүф улы. — Бөгөн трест — республиканың төньяҡ-көнбайыш төбәгендә торлаҡ йорттар, социаль-мәҙәни объекттар төҙөүҙе уңышлы һәм ырамлы дауам иткән берҙән-бер ойошма. Ауыр шарттарҙа ла коллективты һаҡлап ҡала алдыҡ. Етәксе булараҡ, был бурысты бер ваҡытта ла күҙ уңынан төшөрмәнем: беҙ — республиканың төҙөлөш тармағында эшселәрҙе кәметеүгә юл ҡуймаған бер нисә генә предриятие иҫәбендә.
Нефтекамала бигерәк тә трест һуңғы йылдарҙа һалған күп ҡатлы бихисап йорт «йылмайышып» ултыра. Ә ҡалала илле йылда сафҡа индерелгән торлаҡтың дөйөм майҙаны 2 миллион квадрат метрға яҡын. Быны ике бүлмәле фатирҙың уртаса майҙанына бүлһәң, 40 мең фатир килеп сыға. Торлаҡ төҙөү менән бер рәттән, ойошма, әлбиттә, «Арланнефть», «Южарланнефть», «Краснохолмнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралыҡтарының нефть ятҡылыҡтарында йыһазландырыу эштәрен тулыһынса башҡарҙы, яһалма күн берекмәһе, быраулау инструменттары, автомобиль, һөт заводтары, икмәк комбинаты корпустарын сафҡа индерҙе. Бынан тыш, республиканың төньяҡ-көнбайыш райондарында төп төҙөлөш эштәрен дә трест алып барҙы, шулай уҡ күрше Пермь крайында, Удмурт Республикаһында, Төмән һәм Свердловск өлкәләрендә газ һәм нефть ҡыуҙырыу станциялары һалды. 70 мәктәп, ике гимназия, ике техникум, 49 балалар баҡсаһы, 20 мәҙәниәт йорто, тиҫтәләрсә дауахана һәм башҡа социаль объекттар, ике малсылыҡ комплексы һәм 150-нән ашыу ферма Балтас, Борай, Дүртөйлө, Ҡалтасы, Краснокама, Мишкә, Тәтешле һәм Яңауыл райондарына һәм Нефтекама халҡына хеҙмәт итә.
Бөгөн ойошмала 600-ҙән ашыу кеше, улар араһында сирек быуат һәм унан да оҙағыраҡ эшләүселәр күп, ауыр саҡтарҙа ла китеүселәр булманы тиерлек. Трестың 300-ләп төҙөүсеһе төрлө осорҙа СССР һәм Рәсәй орден-миҙалдары менән бүләкләнгән. Ҡалалағы дүрт Социалистик Хеҙмәт Геройының икәүһе трестан, бер хеҙмәткәр — Рәсәйҙең почетлы төҙөүсеһе, икәүһе — Рәсәйҙең, 42-һе «Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе» исеменә лайыҡ. Тотороҡло хеҙмәт династиялары ла күп коллективтар көнләшерлек. Ҡалаға нигеҙ һалыусыларҙың данлы эштәрен ейәндәре дауам итә.
...Ситтә оҙаҡ йөрөргә яратмай Рәмил Ғәтүф улы. Баш ҡалаға барһа ла, тиҙерәк эшен тамамлап ҡайтырға ашыға. Трестағы хәлдәр өсөн борсолоуҙан түгел — урынбаҫарҙары, төрлө етәкселәр, һәр кем үҙ бурысын белеп башҡара, барыһы ла ышаныслы — был яҡтан уның күңеле тыныс. Өс тиҫтә йыл самаһы тормоштоң шатлығын да, ҡыйынлығын да тигеҙ бүлешкән ҡатыны, ике ҡыҙы бүләк иткән яратҡан ейән-ейәнсәрҙәре көтөп торғандан да түгел. Тыуып-үҫеп, буй еткереп, хәҙер ысын хужаларса баҫып йөрөгән һәм ҡолас киреп эшләп, яңынан-яңы күркәм йорттар менән үҙе матурлаған ерҙәр гел тартып тора. Бөгөн дә шулай булды. Оҙон ҡыштан һуң дәртләнеп уянған ялан-ҡырҙарҙы күҙәтеп, осһоҙ-ҡырыйһыҙ уйҙарға сумып килеп, ике йөҙ саҡрым ара артыҡ һиҙелмәне. Байыуға боролған яҙғы ҡояштың алһыу нурҙарында ялтырап алда Нефтекаманың күп ҡатлы йорттары күренде. «Беҙҙекеләр...» тигән шатлыҡлы ғорурланыу хисенә тулы уй йүгереп үтте Төҙөүсе күңеленән. Эйе, алыҫтан балҡып ултырған ҙур ҡала — уның һәм хеҙмәттәштәренең көндәлек эш һөҙөмтәһе. Һин һалған йорттарҙың шулай тирә-яҡҡа йәм биреп ултырыуын, уларҙа йәшәүселәрҙең шатлығын күреү ҙә ғорурлыҡ һәм ҡәнәғәтләнеү тойғоһо уята. Ошондай хеҙмәт емештәренә килтергән яратҡан эшеңдән тәм, тормошоңдан йәм табып йәшәү үҙе оло бәхет түгелме ни кеше өсөн?! Халҡыбыҙҙың Гәрәй ырыуы вәкиле Рәмил Ғүмәров нәҡ шулай йәшәй ҙә инде ерҙә.
Ансар Нуретдинов.
Нефтекама ҡалаһы.
This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.
| ||
|