Ер өҫтөнән...Тамара Искәндәриә


Ер өҫтөнән аға томан булып (Шиғыр)
автор Тамара Искәндәриә


Ер өҫтөнән аға томан булып


Ер өҫтөнән аға томан булып,
Ер аҫтынан ҡаға тулғаҡ булып,
Күктәрҙе ул яра йәшен булып,
Күҙҙәреңә бәрә йәшең булып
Һөйөү һүҙе.

Ике көстөң бергә ҡауышыуы —
Аяуҙарҙы белмәй алышыуы...
Бер һыйынып, берсә туҡмашыуы,
Бер бөтөнгә шунан уҡмашыуы —
Һөйөү үҙе.