Етегән. Гүзәл Ситдиҡова

* * *


ЕТЕГӘН
Ғинуар төнө.
Етегән эҙләйбеҙ
Һинд даръяһы күге өҫтөнән,
Тик йондоҙҙар бында - Ай тирәләй,
Көмбәҙ сите бары - күк төмән.*
Йәшендеме беҙҙән йондоҙ-сүмес,
Һағынһындар әле, тинеме,
Табалманыҡ,
күҙҙе быуҙы төмән
Эҙләһәк тә һәр төн тилмереп.
Ғаләме лә ят шул сит тарафта,
Баштүбәнгә Ай ҙа кителгән,
Яҙҙырмаһын тәҡдир Уралҡайҙан,
Бары сәфәр төшһөн сит илгә.
Иҫеңдәме, тип һорайым өнһөҙ,
Ә һин яуаплайһың: иҫемдә
Тәүге тапҡыр асманда гиҙеүҙәр
Етегәнле ғинуар кисендә.
Түп-түңәрәк ине ине Ай ул төндә,
Аҡыҡ һирпә ине Ҡош юлы,
Ҡулым һонһам, тирелеп төшөр кеүек
Йондоҙ ынйылары, ус тулып.
Бәхет тулы ине Етегәндең
Икәү хыял иткән сүмесе,
Аҫылташтан ғына торған кеүек
Йым-йым итә ине юл эсе.
Тиҫтә йылдар инде шул һуҡмаҡтан
Етәкләшеп атлап киләбеҙ,
Ҡойолғолай ыу ҙа - һыу көткәндә,
Таш яуһа ла мәгәр - түҙәбеҙ.
Яра тарта ҡайсаҡ беҙҙе яҙмыш
Ҡамсыларын үреп етенән.
Өмөт һалып, сабырлыҡтар өҫтәп
Ярабыҙҙы йыуа Етегән.
Шөкөр-шөкөр, был сүместән беҙгә
Әҙ теймәне татлы өлөш тә,
Буш китмәне һалған хеҙмәтебеҙ,
Сәскәнебеҙ бирҙе емештәр.
Тик шәреҡтә ете яттай ҡасып,
Монар эстәренә йәшенде.
...Һинең менән Етегән күҙләйем,
Һинең менән йәшлекте эҙләйем,
Тыйып ҡына тотоп йәшемде...

  • Төмән - ҡарағусҡыл төҫ

2014


 
  
This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.