Етеҙҙең батырлығы(әкиәт). Факиһа Туғыҙбаева

Етеҙҙең батырлығы ( әкиәт )
автор Факиһа Туғыҙбаева
.Нәшер ителгән: 2009 йыл. Сығанаҡ: "Мин уҡырға яратам ".-Өфө/Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап " нәшриәте,2009 йыл


Етеҙҙең батырлығы


 — Трә-лә-лә, трә-лә-лә, трә-лә-лә, — тип йырлап, ҡуян малайы Етеҙ урман аҡланына әсәһенең тыуған көнөндә бүләк итер өсөн гөлләмә йыйырға китеп бара. Үҙенән-үҙе йырлағыһы килеп тора Етеҙҙең, сөнки әсәһе кисә генә ҡыҙыл күлдәк, зәңгәр салбар, зәңгәр сандалиҙар алып бирҙе. Етеҙ йүгерә-һикерә атлаған ыңғайға ҡулындағы кәрзине елп-елп килә.
Ниндәй матур иртә. Ҡояш йылмая. Яҡында ғына шишмә тауышы ишетелә. Ҡоштар һайрай. Ә Етеҙ йырлай-йырлай атлауын белә. Ҡыуанырлыҡ та шул. Бөтә туғандары, ышанып, уға ҙур йомош ҡушты.
— һин беҙҙең арабыҙҙа иң ҡыйыуы, бер нәмәнән дә ҡурҡмайһың, бүләккә сәскә генә алып ҡайт инде, — тинеләр...
Урман ситендәге оҙон шыршы яғынан кемдеңдер илаған тауышы Етеҙҙең ҡолағына салынды. Ул йәһәт кенә ҡыуаҡ араһына сумды ла тыңлай башланы: «Кем шулай илай икән?»
Туғандарының, һин — ҡыйыу, тигән һүҙҙәре иҫенә төшкәс, Етеҙ ҡыуаҡ араһынан сыҡты ла шыршыға табан китте. Баҡһаң, ағас төбөндә тейен балаһы илап ултыра, күҙе-башы шешенеп бөткән. Эргәһенә килеп туҡтаған Етеҙгә ул бөтөнләй иғтибар итмәне.
Етеҙ, эһем-эһем, тип тамаҡ ҡырҙы:
— Вәт, исмаһам, балауыҙ һыға... Исемең нисек?
Тейен балаһы әрекмән япрағы менән йәшен һөрттө лә:
— Ҡупшыҡай, — тине һәм тағы иларға тотондо.
— Туҡта әле, һөйләшәйек, сеңләмә. — Етеҙ уның башынан һыйпаны.
Ҡупшыҡай нисек бәләгә тарығанын үкһей- үкһей аңлатып бирҙе.
Ул быйыл урман мәктәбендә 1-се класты тамамлаған. Әсәһе улын, ҙурға һанап, үҙҙәренән бер саҡрым алыҫлыҡтағы туғандарына яңғыҙын ҡунаҡҡа ебәргән. «Көньяҡҡа юл алып, биш ҡайынды, туғыҙ шыршыны, һигеҙ имәнде, өс ҡарағайҙы, ете сәтләүек ҡыуағын үткәс, Егәрле апайымдарҙың өйө булыр», — тигән әсәһе, Ҡупшыҡайҙың кәрзиненә күстәнәстәр һала-һала. Ул ни, шаянлығы арҡаһында мәктәптә йүнле-башлы уҡымағас, юлындағы ағастарҙы һанай алмайынса аҙашҡан да ҡуйған. Ултыра инде бына хәҙер, балауыҙ һығып. Өйҙәренә ҡайтып китер ине — юлды белмәй, ағаларына барыр ине — аҙашты.
— Хәлдәрең шәп түгел икән шул, — тине Етеҙ, — шулай ҙа ҡайғырма. Әмәлен табырбыҙ... Тик нимә эшләргә? Баш етмәй бит әле.
Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, Ҡупшыҡайҙың тағы йәштәре тәгәрәне.
— Эй, асыуымды килтереп илама әле, тор, киттек, әйҙә телефонсы Тумыртҡа апайға, ул әсәйеңә телеграмма һуғыр.
Ҡупшыҡай шыршыға үрмәләне. Киттеләр былар икәүләп, тейен ағастан ағасҡа һикерә, ҡуян, үләндәрҙе ярып, ерҙән елә.
Ҡара әле! Ҡаршыларына Айыу килә түгелме?
Ҡуян, йүгереп барып, Айыу алдына баҫты:
— Айыу ағай, Тумыртҡа апайҙың өйөнә алыҫмы әле?
— Нимәгә кәрәк һуң һиңә Тумыртҡа апайың?
Етеҙ хәлде һөйләп биргәс, Айыу юлды өйрәтеп кенә ҡалманы, арҡаһына аҫҡан тәпәйенән ҙур әрекмән япрағына бал һалып бирҙе:
— Изге күңелле йәнлектәрҙе яратам мин, әсәйеңә сәләм әйт, улым.
Китте былар, тағы китте. Бара торғас, Бүре осраны. Ҡупшыҡай уны ағас башынан күреп,Етеҙгә әйтеп тә өлгөрмәне, Бүре Ҡуяндың алдына килеп сыҡты.
— Әһ-һә-һә, — тине ул, тештәрен ыржайтып, — ҡайҙа юл тоттоң? һине ашарға кү-ү-үптән хыялланып йөрөй инем. Юлыма үҙең килеп сыҡтың, рәхмәт төшкөрө.
— Ашауын ашарһың да ул, ағаҡайым, — Етеҙ күкрәген кирҙе, — мин иртән биш терпе йоттом. Мине һоғонһаң, терпенең энәләре эсеңде ауырттырыр бит. һине йәлләйем.
— Кит бынан, алдашып торған булаһың, Ҡуяндың терпе ашағанын күргән юҡ әле.
— Шулайын шулай ҙа, ә мин бик-бик асыҡҡас, һоғондом да ҡуйҙым, — тине Етеҙ, күҙҙәрен селт-селт йомоп. 
Имән башынан Ҡупшының тауышы ишетелде:
— Мин дә күрҙем, ашаны шул, ашаны, һине лә йотоп ҡуймаһын.
Бүре шиккә төштө.
— Эй, һинең менән ваҡытымды әрәм иткәнсе, — тине лә ҡыуаҡ араһына инеп китте.
Ул күҙҙән юғалғас, Етеҙ ерҙә тәгәрәп-тәгәрәп көлдө, Ҡупшы имән ботағында бәүелде.
Китте былар, тағы китте. Тумыртҡаның «туҡ- туҡ» тип кемгәлер телеграмма һуҡҡаны ла ишетелә ине хәҙер. Уларҙы аҡланда бесән сабып йөрөгән Болан туҡтатмаһа, Тумыртҡаның өйөнә барып еткән дә булырҙар ине, бәлки.
— Ҡуян! Ҡайҙа еләһең былай? — тине Болан, Етеҙҙең йән-фарманға сапҡанын күреп.
— Тумыртҡа апайға; ана, Ҡупшы аҙашҡан, — Етеҙ ҡайын башына төртөп күрһәтте, — шул хаҡта әсәһенә хәбәр итәйек, тигәйнек.
— Бик хуп! — тине Болан. — Яҡшы малай икәнһең, ҡана, кәрзинеңә бер-ике ус шифалы һесән һалайым, әсәйеңә — күстәнәс. Тик, улым, тураға ғына китергә йылға аша күпер юҡ бит. Әйҙә, атлан, елкәмә. Әллә ҡайҙан кисеү эҙләп йөрөмә, үҙем йылға аша сығарып ҡуяйым.
Йылғаның теге яғында ғына икән Тумыртҡаның өйө. Барып та еттеләр, телеграмма ла Һуҡтылар. Улар ҡояшта ҡыҙынып, тамаҡ ялғап алғансы, Ҡупшының әсәһе өтәләнеп килеп тә етте.
— Эй балаҡайым, нишләп юлдан яҙлыҡтың? — тип, бәләкәсен ҡосаҡлап та алды.
Ҡупшы ла, уның әсәһе лә, Етеҙгә ҙур рәхмәт әйтеп, ҡайтып китте.
Бәй-бәй, Етеҙ ни эшләп аңшайып ултыра әле? Ҡараңғы төшөп килә. Өйҙә уны дүрт күҙ менән туғандары көтәлер.
Етеҙ Ҡупшы менән килгән юлдан кире елдерҙе. Болан да, Бүре лә, Айыу ҙа был ыңғайы уны туҡтатып торманы. Бүре Етеҙҙең артынан ҡыумаҡсы иткәйне лә, уның баяғы һүҙҙәре иҫенә төшөп, йоҙроғон төйнәүҙән уҙа алманы.
Аҡланға килеп еткәс, Етеҙ сәскәләр йыйҙы. Күбәләктәр уға иң матур сәскәләрҙе күрһәтеп осто.

 


2009 йыл