Еңеү көнө(шиғыр). Абдулхаҡ Игебаев

Еңеү көнө (шиғыр )
автор Абдулхаҡ Игебаев
.Нәшер ителгән: 1988 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Башҡортостан китап нәшриәте",1988 йыл


Еңеү көнө


 Болондарҙы күмеп майҙың
 Нәфис гөлөнә,
 Еңеү көнө балҡып килде
 Тыуған илемә!
 Тик еңеү үҙенән-үҙе
 Килмәне ергә;
 Уны яҡлап ҡаһармандар
 Көрәште бергә!
 «Мәңгелек дан!» — тигән кеүек
 Батыр халҡыма,
 Май ҡояшындай нурланып,
 Байраҡ талпына!

 


1988 йыл