Еңеү көнө. Фирүзә Абдуллина.


Еңеү көнө. (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 10.05.2000.. Нәшер ителгән: 08.12.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


* * *


Еңеү көнөн иң ҙур байрам итеп,
Көтөп ала ине әсәйем,
Һуғыш яраларын, тыл яфаһын
Иҫләп, түгә ине йәштәрен.

Көткән инең, күрә аламмы, тип,
Илле бишен бөйөк еңеүҙең.
Ошо көндә һине ерләнек беҙ,
Һинең өсөн йәштәр түгелде.

Еңеү кеүек, һинең ғүмер ҙә бит,
Көрәш менән еңеү тарихы,
Был байрамға, әсәй, һин үҙең дә
Оло өлөш өҫтәп ҡалдырҙың.

Байрам көндө һине ерләнек беҙ.
Байрам ҡатыш ҡайғы. Түҙ, йөрәк!
Шатлыҡтары артып китмәһә лә,
Һағыштары булыр күберәк.

Аҡыл аңлай, йөрәк ышана алмай,
Күҙ йәштәрем бөтмәҫ түгелеп,
Әйтерһең дә, әсәй, һинең менән,
Бер өлөшөм ҡалды күмелеп…

Өлгө булдың бар булмышың менән,
Көс-дәрт бирҙең, өмөт яндырҙың.
Еңеү көнөн, әсәй, беҙҙең өсөн,
Хәтер көнө итеп ҡалдырҙың…