Заман аты

Заман аты (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
.Нәшер ителгән: 15.01.2000. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (112-се бит) ISBN 5-295-03798-3


Заман аты


Заман аты, заман аты,
Сыҡмаһасы яманатың?
Түрәләрең аҡыл һата,
Әллә илдең аманатын?
Һатҡан аҡыл хаҡы түбән,
Ә атыбыҙ – яшыҡ үшән.
Үткәндәрҙең хаталары
Бөгөнгөмә әллә күскән?
Һәр бер түрә заман атын
Төрлө яҡҡа тарта-тарта…
Нисек сыҙай был тартыуға
Һыныр хәлгә еткән тәртә?
Һәр бер түрә үҙ алдында
Күрә бары юлды ғына,
Ә замандың зар батҡағы
Инде аттың тубығынан.
Ни үпкәң бар,
               яшыҡ үшән
Бер көн арып туҡтап ҡалһа?
Әүрәтергә
               кәшәүкәлә
Бер ус ҡына һоло ҡалған?!…
Заман аты, заман аты,
Сыҡмаһасы яманатың?!
Күтәртеп тә ҡуйма тағы,
Һатып илдең аманатын?



Иҫкәрмәләр


This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 4.0 International (CC BY-SA 4.0) license.