Заман үтер... Гүзәл Ситдиҡова

Заман үтер...


Олоғайған һайын яҙ ҡыҫҡараҡ,
Керпек кенә ҡаҡҡан ара кеүек,
Былбылдарын тыңлап өлгөрмәйһең,
Йылы яҡҡа китеп бара кеүек.

Йылғаһы ла хәҙер ташмай оҙаҡ,
Тиҙ-тиҙ генә ҡайта йырҙаһына,
Колхоз ҡырҙарында гөрләп эшләү
Тороп ҡалды хәҙер йырҙа ғына.

Йәшлектәге яҙҙар ятып ҡалды
Мәле генә түгел, иле менән
Тыуған тупраҡ ҡына үҙемдеке -
Баҡса сәсәм яҙҙар килеү менән

Түтәлдәрем хәҙер ҡыҫҡараҡ та,
Оҙағыраҡ әммә ҡаҙыуҙары
Ашыҡһам да тиҙерәк сәсәйем тип
Китеп өлгөргәнсе яҙ һыуҙары.

Орлоҡ һибәм - ҡыҫыр ҡалмаһын ер,
Тоҡомдарға беҙҙең ҡалһын орлоҡ .
Заман үтер - тыуған тупраҡ ҡалыр,
Тупрағыңдан яҙһаң - килер хурлыҡ...
Тыуған тупрағыма сәсәм орлоҡ...


2014


 
  
This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.