Бигерәк шаян, бигерәк шуҡ инде Зилә менән Дилә. Үҙҙәре бер-береһенә шул тиклем оҡшағандар — әсәләренән башҡа уларҙы бер кем дә айыра алмай. Хатта күрше ауылдан ҡунаҡҡа килгән өләсәләре Зәлифә инәй ҙә Зилә урынына Диләне, Дилә урынына Зиләне ороша... Бик шаян булғас, икеһенә бер юлы ла йыш ҡына эләгә.
Йома кис үрге урамдағы Мәҙинә инәй өләсәләрен «ауыҙ асырға» саҡырҙы. "Ҡайтырға сыҡҡанда, Мәҙинә инәй, ғәҙәтенсә, һәр әбейгә күстәнәс төрҙө. Зәлифә әбейгә ул ике алма, ике кәнфит, ике күмәс һалды. Инәйҙәр уның игеҙ ейәнсәре барын беләләр.
Өләсәһенең ҡайтҡанын көтөп кенә торған Зилә:
— Өләсәй, күстәнәс алып ҡайттыңмы?— тип йүгереп килеп тә етте.
— Алып ҡайттым, балаҡайҙарым, алып ҡайттым! Ҡайҙа һуң берегеҙ?— Өләсәй, ҡыҙҙарҙы бутап ҡуйыуҙан ҡурҡып, гел шулай өндәшә.
— Дилә тышта уйнай,— тине Зилә, өләсәһенә һыйынып.
— Мә, ҡыҙым, быныһы һиңә,— тине Зәлифә инәй, Зиләгә бер алма, бер күмәс, бер кәнфит һоноп.
Күстәнәстәрҙе эләктереү менән, өләсәһенә рәхмәт кенә әйтте лә Зилә тышҡа сығып йүгерҙе. Ишек алдына сығыу менән, ул Диләне эҙләй башланы. Дилә ҡыҙҙар менән һыу буйына киткән ахырыһы, бер ҡайҙа ла күренмәне.
Зилә, ишек алдындағы эскәмйәгә ултырып, яйлап ҡына күстәнәсен ашай башланы. Яйлап тигәс тә... әҙ генә нәмә ни, бөттө лә ҡуйҙы. Зиләгә бик ҡыйын булып китте. Дилә ҡайтҡас рәхәтләнеп күстәнәс ашаясаҡ, ә уныҡы юҡ... Зилә өйгә инеп китте.
— Ҡайҙа йөрөйһөң ул, ҡыҙым,— тип ҡаршыланы уны өләсәһе,— мә, һиңә лә күстәнәс,— тип ҡалған күстәнәстәрҙе лә Зиләгә һондо. Зилә башта: «Мин ашаным бит инде»,-— тип әйтмәксе булғайны ла, күстәнәстәрҙең шундай тәмле булыуы иҫенә төшөп, алырға булды. Дилә һаман күренмәне... Зилә ултыра-ултыра тәүҙә алманы, аҙаҡ кәнфит менән күмәсте ашап бөттө.
Бына Дилә йүгереп ҡайтып инде.
— Өләсәй, миңә лә күстәнәс бармы?— Уның тәүге һүҙҙәре шул булды.
Зәлифә инәй, сикһеҙ ғәжәпләнеп, бер Зиләгә, бер Диләгә ҡараны.
— Бәй, мин икегеҙгә лә бирҙем дә инде?!.
— Зилә, әллә һин минекен дә ашаныңмы?—- Диләнең күҙҙәренә йәш тулды.
— Эй, ҡыҙым, ҡыҙым!— тине Зәлифә инәй, башын сайҡап, инде һине бер ваҡытта ла Дилә менән бутамам инде...
Ҡып-ҡыҙыл булған Зилә башын аҫҡа эйҙе.