Изгелек. Рәйес Кәримов

Изгелек
автор Рәйес Кәримов
Сығанаҡ: Ғәзиз ерем — Ерегем. — Өфө: "Матбуғат донъяһы" нәшриәте, 2009. 200 б.


Изгелек



Тимерлектә Әмир ағай
Аттар тотоп дағалай.
Уҫал ағай баш бирмәгән
Атты йөрөтә ҡалай.

Тимерҙәрҙе уттан алып
Һыуҙарға һалып ҡуя,
Һандалында дөбөрҙәтеп
Ағай дағалар ҡоя.

Уйнап тора сүкештәрҙең
Төрлөнән төрлөләре.
Сыңлап китә барса донъя
Ватылып көҙгөләре.

Мең-мең осҡон тимерлектә,
Әйтерхең йондоҙ яуа.
Тимерсенең маңлайынан
Бөртөк тамсылар тама.

Күпме йылдар тимерлектә
Ағай йондоҙ ҡабыҙҙы,
Ауылыбыҙҙың һәр бер йорто
Тик уға бит табынды.

Балта, кәрәк үткерләргә,
Барабыҙ тимерлеккә.
Сапҡысың да һына ҡалһа
Сабабыһ тимерлеккә.

Хәзер инде ауылымдың
Юҡ инде тимерлеге.
Юҡ ағай ҙа…
ауыл нурлап
Тик ҡалды изгелеге.