Икебеҙ(шиғыр).Ә.Әфтәх

Икебеҙ(шиғыр).Ә.Әфтәх (Шиғыр )
автор Ә.Әфтәх
.Нәшер ителгән: 1996 йыл. Сығанаҡ: "Уҡыу китабы" - 1 синыф өсөн дәреслек. - Өфө"Китап",1996 йыл


Икебеҙ


 Атай эштә, әсәй эштә,
 Көн буйына икебеҙ.
 Самауырҙа — сәй ҡайнаған,
 Күптән бешкән итебеҙ.
Гөлдәремә һыу һибелгән,
 һеперелгән иҙәндәр.
— һай, уңғандар,— тиеп маҡтай
 Өйөбөҙгә ингәндәр.
Кескәй Айгөл хужаларса
 Телен сыртлатып ҡуя.
— Өләсәйем менән,— ти ул,—
 Шулай көтәбеҙ донъя.


1996 йыл