Ике айлыҡ ҡартатай. Фирүзә Абдуллина.


Ике айлыҡ ҡартатай. (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 18.11.2014.. Нәшер ителгән: 30.11.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән


* * *


Ике ай тултырҙыҡ бөгөн –
Ейәнем үҫеп килә,
“Һағындым!”- тей ҙә ҡартатай,
Уны күрергә елә.

Эй ейәнем бигерәк етди !
Йылмайып та маташмай!
Йылмайтыр өсөн ҡартатай
Нисек кенә тырышмай!

Ейәнем - хас оло инде,
Ҡараштары – һынаулы…
Әйтерһең, ейәнем түгел,
Ҡартатай - ике айлыҡ!