Бер мәлдең беҙ ике ҡанаты.
Йөрәктәрҙә алһыу таң атты,
Салт яҡтырып алһыу таң атты –
Бер-беребеҙгә беҙҙе танытты.
Һинме ни был, берҙән-бергенәм?
Һинме ни был, минең йәргенәм?
Һине көтөп күпме таң атты –
Бер мәлдең беҙ ике ҡанаты.
Мәңгелектең тик бер осҡоно -
Ошо мәлдең балҡып осҡаны.
Йөрәгемде ҡуйма ҡанатып,
Бер мәлдең беҙ ике ҡанаты.