Икмәк көсө(әкиәт).А.Шәйәхмәтова,Г.Рәхмәтова

Икмәк көсө(әкиәт).А.Шәйәхмәтова,Г.Рәхмәтова (әкиәт)
автор А.Шәйәхмәтова, Г.Рәхмәтова
.Нәшер ителгән: 1996 йыл. Сығанаҡ: "Уҡыу китабы" - 1 синыф өсөн дәреслек.-ӨФө"Китап",1996 йыл


Икмәк көсө


 «Мин бөтәһенән дә көслө!—тип ҡупырынырға ярата Илшат.— Бөтә малайҙарҙан да, һыйырҙан да, аттан да көслө мин!»
Уның был һүҙҙәрен өҫтәлдә түп-түңәрәк булып ятҡан Икмәк ишетеп ҡалды.
— Ә һиңә кемдәр һәм нимәләр көс биргәнде беләһеңме һуң?— тип һораны ул Илшаттан.
— Мин үҙем көслө!
— Улай түгел шул, Илшат! Мин дә һиңә көс бирәм, мәҫәлән.
— Ә һин үҙең ҡайҙан алаһың уны?—тип һорай һалды Илшат ҡыҙыҡһынып.
— Тыңла, улайһа. Игенселәр сәсер өсөн орлоҡтоң алтын кеүек тосон, сыҙамлыһын ғына һайлап ала. Шунан улар ерҙе һөрә, тырмата, сәсә, йомшарта, утай. Көндәр ҡоро торһа, һыу һиптерә. Механизаторҙар йөрөткән трактор, комбайн, машиналарҙы заводта эшселәр эшләп сығара. Тимәк, минең көслө булыуым өсөн улар ҙа тырыша. Ә машиналар яғыулыҡһыҙ йөрөй алмай. Шулай булғас, миңә нефтселәр ҙә ярҙам итә.
— Аңланым-аңланым,— тине Илшат.—-Әллә күпме кеше һиңә үҙҙәренең хеҙмәтен, көсөн һала. һин көслө булғас, һине ашаған малайҙар ҙа көслө, шулай бит?!
— Тыңлап бөтөр әле мине, Илшат. Ерҙән шытып сығыуы була, игенгә әллә күпме дошман ябырыла. Башта ҡый үләндәре үҫергә ирек бирмәй. Унан ҡоротҡос бөжәктәр кимерә башлай. Улар менән көрәшеү өсөн генә лә күпме көс түгелә!
— һинең дуҫтарың бик күп икән, Икмәк!
— Күп шул. Ер миңә һутын бирә, ҡояш нурҙарын һибә, ямғырҙар шулай ук миңә көс өҫтәй,— тип һөйләне лә һөйләне Икмәк.— Игенде йыйып алыуҙа ла күп кеше ҡатнаша, йыйылған бойҙайҙы, арышты тейәп тирмәнгә алып китәләр. Ондан тәмле икмәк бешерәләр.
— Рәхмәт, Икмәк!— тине Илшат.— Ә миңә кемдәр, нимәләр көс бирә икән һуң? Уйлап алайым әле.


1996 йыл