Илаҡмын шул…Фирүзә Абдуллина.


Илаҡмын шул… (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 13.08.2014.. Нәшер ителгән: 02.12.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән. “


* * *


Илаҡ шиғыр яҙып, уйламаҫтан
Ҡырһам әгәр Һеҙҙең кәйефте,
Кисерегеҙ мине, зинһар өсөн,
Аҡламайым минең ғәйепте…

Яҙмыш үҙе мине сикәләүҙән
Сөйәл сығарһа ла усына,
Үҙ ҡайғыма артыҡ иламаным,
Ҡазаларҙың түҙҙем тосона!

Илаҡмын шул – кеше ҡайғыһына
Түгелә лә китә йәштәрем,
Онотола бөтә мәшәҡәтем,
Ҡулдарымдан төшә эштәрем…

…Ҡарттар йорто тулы әбей-бабай
Балаларын һағынып көтәләр,
Бушамайҙар: коттедж төҙөйҙәрме,
 Сит илдәрҙә ялдар итәләр…

Тере килеш ата-әсәләре
Етем баҫты ерҙе түгелме?
Нисек йәлләмәҫкә балаларҙы,
Әллә миндә тимер күңелме?

Етемдәрҙе күреп бер илаһам,
Яңғыҙ ҡартлыҡ ике илата,
Мөмкин тиклем ярҙам итергә тип
Эй тырышҡан булам, йән атам!

Украина ере ҡанға батты-
 Нисек иламайса түҙергә?
Унда ла бит беҙҙең кеүек кеше,
Риза түгелдәр бит үлергә!

Ҡалайтайым? Тормош үҙе шулай:
Етем-яңғыҙаҡтар шығырым…
Кисерегеҙ, зинһар, әгәр һеҙҙең
Кәйефтәрҙе ҡырһа шиғырым…