Быуаттар йүгерә тора,
ХХ1 тиһеңсе!
Тик һаман да яумай торһа
Күккә ҡарай игенсе.
Әсә һөтөләй танһыҡлап,
Ямғыр көтә игенлек,
Асыуына тейгәндәрме -
Күк күрһәтмәй игелек…
Аҡһаҡалдар телгә ала
Боронғолар йолаһын:
Аяҡ баҫһын ине, тиҙәр,
Юллыҡлы бер ҡунағы.
Килде лә төштө шул көндө
Ике арба яҙыусы.
Юллыҡһыҙҙар тип уларға
Булмаҫ яла яғыусы –
Көнөндә үк ижадсылар
Нисә ауыл ураны,
Иртәгә үк яуа тиеп
Ләйсәнен дә юраны.
Юрағандары юш килде,
Таң уятты йыр менән -
Барабанлы, шаулы-гөрлө
Һәм моңло ямғыр менән!
Күкрәк киреп һулыш алды
Баҫыуҙары Илештең,
Ҡотло ҡунаҡ үҙе менән
Алып килә өлөштө.
Ә йәндәрҙе имле дымдай
Һуғарҙы шағир һүҙе,
Бер көлдөрҙө, бер илатты
Бәғеркәйҙәрҙе өҙөп.
Тереклек башланған һыуҙан –
Шулай ти Изге Ҡөрьән,
Телмәр биреп тик кешегә
Хаҡ тәғәлә йән өргән.
Ләйсәндәй саф хисебеҙҙе
Бүләк иттек Илешкә.
… Ғашиҡ булмау мөмкин түгел
Илешкә бер килештән.
Шиғыр 2010 йылдың майында
Илеш районына барғанда яҙылғайны.
Был йылы бик ҡоролоҡ булды,
беҙ, бер төркөм яҙыусылар,
барып төшкән төнө күкрәп
яуып ебәрҙе.