Илсе Ғайса (йыр)

Илсе Ғайса (Ғайса Ахун)
автор Халыҡ йыры
Ижад итеү ваҡыты: Билдәһеҙ.


ИЛСЕ ҒАЙСА (ҒАЙСА АХУН)




Аҙаштырған болан балаһылай
Яңғыҙ башым ситтә интегәм.
Көндәрен дә төнөн йөрәгем яна,
Иҫемә төшһә тыуған илгенәм.

Йүгереп кенә мендем тау башына,
Ял итәм ултырып, ай, ташына.
Һау-сәләмәт ҡайтһам Уралыма,
Тарих яҙыр инем ташына.

Ҡара ҡытат елән, ай, иңемдә,
Ҡара ебәк билбау билемдә.
Башҡайҙарым ситтә йөрөһә лә,
Күңелдәрем тыуған илемдә...



Йырҙың тарихы