Һеҙҙең менән һиҙелмәйсә
Үтәләр йәйҙәр, ҡыштар,
Һәр ваҡытта минең менән
Интернеттағы дуҫтар.
Көн оҙоно һағындырып
Етәләр ҡыҫҡа кистәр,
Интернетта осраштыра
Дуҫтарға булған хистәр.
Оҡшаш беҙҙең хис-тойғолар,
Уртаҡ фекерҙәребеҙ,
Һеҙҙең менән йәшәү матур,
Ҡояшлы көндәребеҙ.
Һеҙ көтә тип шиғыр яҙам,
Былайһа яҙмаҫ инем,
Күңелдәге уй-хистәрҙе
Рифмаға һалмаҫ инем.
Айырмай беҙҙе аралар,
Диңгеҙ, тау, океандар,
Йыраҡта йәшәһәләр ҙә,
Миңә улар яҡындар.
Сит ерҙәрҙә тыуған телде
Һағынып хат яҙалар,
Испания, Германия,
Америкала улар…
Ҡыйралып ятҡан эштәрен
Ташлап килеп инәләр,
Һәр бер яңы шиғырыма
Ҡайнар сәләм бирәләр.
Интернетта осрашыуҙы
Һағынып көтөп алам,
Эй дуҫтарым! Кискә тиклем
Уңыштар теләп ҡалам!