Мине һуғыш осоро балаларына илебеҙ хөкүмәтенең битараф ҡарашы борсой. Тик РФ Дәүләт Думаһындағы депутаттарыбыҙ ғына был хаҡта онотто шикелле. Шул арҡала «исеме бар, есеме юҡ» тигән һымаҡ килеп сыға. Ошо мәсьәләгә асыҡлыҡ индереп, «Ветеран» гәзитендә (№ 13(1110), апрель, 2011 йыл) «Необыкновенный статус» тигән мәҡәлә баҫылып сыҡты. Бына нимә тиелә унда: «Нет только самой поддержки. Законодатели (Президент, Председатель правительства, Государственная Дума, Совет Федерации) сознательно, умышленно не включили нашу категорию в пункт 2 статьи 21 Федераль¬ного закона «О ветеранах», применяя против нас дискриминацию, нарушая тем самым статью 14 «Европейской конвенции о защите прав человека» и статьи 15 пункта 4 Конституции Российской Федерации».
Беҙҙе бер ҙә ишетергә теләмәһәләр, Башҡортостандың Юғары судына мөрәжәғәт итергә тура килер, тип уйлайым.
Әрнеү һәм асыу хисе менән үҙемдең ырыуҙаштарым һәм ғаиләм хаҡында асыҡлап яҙам. Түҙеүҙәрҙең, көтөүҙәрҙең дә бер сиге булалыр бит.
Ғаиләнән биш кеше 1941 – 1945 йылдарҙа һуғышта ҡатнаша. Шуларҙың иң өлкәне Бикмөхәмәт Ишмөхәмәт улы Һайыҫҡанов 1947 йылда ғына тыуған ауылына иҫән-һау әйләнеп ҡайта, һуғышта 11 тапҡыр яралана. Быны документтар менән раҫлап булманы. Беҙҙең һорашып яҙған хаттарыбыҙға: «Медицина күрһәтмәһе ҡағыҙҙары янған», − тип хәбәр ебәрҙеләр. Һуңғы сиктә бөтә кеше кеүек үк, ул 12 һум пенсия алып, 70 йәшенә лә етә алмайынса вафат булды.
Атайым Хажимөхәмәт Ишмөхәмәт улы Юлмөхәмәтов 1914 йылда тыуған. 1942 йылдың мартында хәрби хеҙмәткә алына. Ошо йылдың декабрендә Калининград фронты алыштарында (хәҙер Ржев йүнәлеше тип атайҙар) һәләк була. 2009 йылда, 69 йылдан һуң, атайымдың ерләнгән еренә сәйәхәт ҡылдыҡ. Быны Санкт-Петербургта йәшәүсе өлкән ҡыҙым Зөһрә, интернет аша эҙләп, эҙәрмәндәргә сығып, ойоштора алды.
Ундағы туғандар ҡәберлегенә 1200 кеше күмелгән. Ләкин атайымдың һәм башҡа башҡорт, татар яугирҙарының фамилиялары мәрмәр ташта урын алмаған. Һәйкәл янындағы мәрмәр таҡтала 420 кешенең исеме бар.
Оленин районының ветерандар советы рәйесе Григорьевтан: «Нишләп мәрмәр ташта атайымдың исеме юҡ?» − тип һораным. Уның аңлатыуынса, Ҡырмыҫҡалы райо¬нының хәрби комиссариатынан ерләү ҡағыҙы кәрәк икән. Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығына әҙерлек барған осорҙа ошо ҡағыҙҙы юллап, тейешле адрес буйынса ебәрҙем. Атайыма килгән «похоронка»ла Калининград өлкәһенең[1] Молодут районы Мишуково ауылы тип күрһәтелә. Хәҙер өс районды бергә ҡушҡандар. Ҡасандыр ҡаты һуғыштар барған ерҙәрҙә ауылдар ер менән тигеҙләнгән. Бөгөн район Оленин районы тип йөрөтөлә. Элекке ауыл исемдәре ҡағыҙҙа ғына һаҡлана. Ана шул Оленин районы етәксеһе, атайымдың исемен мәңгеләштереү мәсьәләһенең ыңғай хәл ителәсәге тураһында белдереп, хат ебәрҙе. Минең быға бик ышанғы килмәй, һаулыҡ етһә, тағы ла шул яҡтарға барып ҡайтыр¬ға ине.
Атайым менән бер туған Абдулла Ишмөхәмәт улы Юлмөхәмәтов хаҡында «Память» тигән китапта (Уфа, Китап, 1997, № 13, стр. 226) ошондай мәғлүмәттәр бирелә: «1916 йылда Ҡырмыҫҡалы районының Мөҡсин ауылында тыуған, лейтенант, 1944 йылдың ғинуарында хәбәрһеҙ юғалған». Ошо уҡ китапта атайымдың икенсе туғаны Баязит Ишмөхәмәт улы Юлмөхәмәтов хаҡында былай тиелә: «1919 йылда Ҡырмыҫҡалы районының Мөҡсин ауылында тыуған, 375-се уҡсылар дивизияһы ҡыҙылармеецы, 1942 йылдың 13 авгусында һәләк булған. Калинин өлкәһенең Ржев ҡалаһында ерләнгән».
Атайымдың өсөнсө туғаны Шәйхулла Ишмөхәмәт улы Исламғолов 1926 йылда тыуған. Япондар менән һуғыштан иҫән-аман әйләнеп ҡайтты, Өфөлә торҙо, хәҙер гүр эйәһе инде. Ике улы Өфөлә йәшәй.
Ошо тиклем оло ҡайғыларҙы әсәйем Зөбәйҙә Әхтәм ҡыҙы нисек кенә күтәрҙе икән? Ул колхоздағы барлыҡ ауыр эштәрҙе атҡарып, 91 йәшкә етеп, 2009 йылда яҡты донъянан китте. Атайымды 67 йыл буйы көттө. Тик уларға баҡый донъяла ғына осрашыу насип булды инде. Миңә хәҙер 73 йәш. Атайымдан өс йәш ярымлыҡ булып ҡалғанмын.
Мөрәжәғәтем шундай: атайҙары яу яландарынан әйләнеп ҡайта алмаған һуғыш осоро балаларына лайыҡлы пенсия түләнергә тейеш. Ана шул яу яланында ятып ҡалған яугирҙарға ла хөрмәт булып ҡабул ителергә тейешле бер аҙым булыр ине был.
Һуғыштан иҫән-һау ҡайтҡандарға хөрмәт ҙур булды: машиналар ҙа бирәләр, фатир ҙа тапшыралар, юғары күләмдә пенсия ла түләйҙәр. Ә бына унда һәләк булыусылар хаҡында ләм-мим. Атайҙар өсөн Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар алған күләмдә пенсия уларҙың иҫән ҡатындарына, балаларына түләнһен ине.
Беҙҙе бер ҙә ишетергә теләмәһәләр, барлыҡ һуғыш осоро балаларын «Берҙәм Рәсәй» партияһы лидерының Өфөләге (Достоевский урамы, 73-сө йорт) йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә урынлашҡан халыҡ штабына яҙма рәүештә мөрәжәғәт итергә саҡырам. Көтөп арыныҡ, хәҙер талап итергә ваҡыттыр инде. Минең фекерем бөтә гәзит уҡыусыға ла оҡшамаҫ, бәлки. Әммә уйланырға кәрәк. Өмөт менән йәшәйек, ватандаштар.
Зыя ЮЛМӨХӘМӘТОВ,
һуғыш осоро балаһы, урындағы ветерандар советы рәйесе.
Ҡырмыҫҡалы районы,
Һәүәләй ауылы.