Исемһеҙ шиғыр(шиғыр). Ҡадир Даян

Исемһеҙ шиғыр ( шиғыр )
автор Ҡадир Даян
.Нәшер ителгән: 1988 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Башҡортостан китап нәшриәте",1988 йыл


***


 
 Үҙ илкәйем китмәй күҙ алдынан,
 Бик яманһыу сит-ят илдәрҙә;
 Күңелемә минең яҡын була
 Ил яғынан иҫкән елдәр ҙә.
 Тыуып үҫкән илем, Башҡорт иле,
 Күреп туймаҫ матур ил икән;
 Сит-ят илдең ере, һай, ер түгел,
 Яманһыулай торған ер икән.


1988 йыл