Исем. Фирүзә Абдуллина.


Исем. (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 20.12.2014.. Нәшер ителгән: 22.12.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


* * *


Зәһүрә, Мәрйәм, Мәрзиә,
Сәлимә, Рәшит, Ришат,
Вәсимә, тағы Фәүзиә,
Фирүзә, йәнә Булат…

…Ҙур ғаилә, ауыр йылдар,
Шулай ҙа һайлап-һайлап
Исем ҡушҡан ата-әсәм,
Ни аңлатҡанын уйлап.

Һәр бер исем зыңлап тора!
Йөкмәткеле исемдәр!
Исемдәргә тура килеп
Торҙо беҙҙең есемдәр.

Зәһүрәбеҙ балҡып йәшәй,
Мәрйәм – ғәзиз, ҡәҙерле,
Рәшит – ҡыйыу, батыр, зирәк,
Фәүзиәбеҙ – еңеүсе.

… Эй матур исем ҡушалар
Йәштәр балаларына:
Искәндәр, Наҙгөл, Батырхан,
Бар Айҙар, Уралы ла…

Ҡайһы берҙә осрап ҡуя
Ҡолаҡҡа ятмаҫы ла,
Исемде тағып ҡуялар –
Бар эткә таҡмаҫы ла!

Арлы-бирле исем менән
Инде илебеҙ тулған:
“Ярамағанмы балаға,
Шайба булһа ни булған?”

...Исем булһын есемеңде
Милләт менән бәйләрлек,
Илең өсөн, халҡың өсөн
Гелән алға әйҙәрлек!

Ҙур эштәргә дәртләндереп,
Ҙур бурыстар ҡуйырлыҡ,
Ҡулды биреп танышҡанда
Ғорурлыҡҡа тулырлыҡ!

Исем ҡушып ата-әсә
Балаға яҙмыш теләй,
Кешене исем биҙәмәй -
Исемде кеше биҙәй!