Ихлас дуҫты табыу ҡыйын... М.Аҡмулла

Ихлас дуҫты табыу ҡыйын...
автор Мифтахетдин Аҡмулла (1831—1895)
Ҡара Йөкмәтке. Сығанаҡ: Әхәт Вилданов. Аҡмулла. Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1981. — 224 бит.Аҡмулла сайты


Ихлас дуҫты табыу ҡыйын...


Был заманда ихлас дуҫты табыу ҡыйын,
Юҡһа юха теллелек, әшнәлек — ул кемдә юҡ.
Әһле зөхрәфтән* бәғзегә белдерһәм дә хәлемде,
Ярлының зары һимеҙҙең төшөнә кергән дә юҡ.
Ҡайғы упҡынына төштө юҡтан ғына был ғәрип, тип,
Әҙәп һаҡлап, мин бахырҙы бер килеп күргән дә юҡ.
Атаҡлы дин ҡәрендәштәр бер ҡыҙғанып,
Күңел өҫөн был тарафҡа сәләмен биргән дә юҡ.
Хоҙайым камиллыҡ өҫөн яҡшыларға ҡушмаһа,
Был кәйефтән сығыуға һис бер өмөт миндә юҡ.
Ләкин был эт өмөт өҙмәй, оялыу йөҙөндә юҡ,
Фатиха — хандарҙа, һеҙҙән ни булыр — белгән дә юҡ.



Аңлатмалар

  • зөхрәф —

Иҫкәрмәләр