Ишек. Тамара Искәндәриә

Ишек (Шиғыр)
автор Тамара Искәндәриә


Ишек


Ишек асыҡ көйө ҡалды –
Хәҙер, ябам.
Тәҙрәнән үрелде ҡорған
Тышҡа табан.

Тәҙрәнән талпынды ҡорған
Һиңә табан.
Киттең.
Хәҙер ҡайҙан ғына
Толҡа табам?

Елпенде ел ыңғайына
Ебәк ҡорған.
Күңелемдең хәлен ҡайҙан
Белеп торған?

Елкенде йәнем офоҡҡа,
Һиңә табан.
Ишек асыҡ көйө ҡалған…
Хәҙер, ябам.