Бар нәмәне парлы биргән
Хаҡ тәғәлә донъяға,
Аҡ һәм ҡара, көн менән төн,
Таш... - өҫтөнән һыу аға.
Тыуым булғас - үлем дә бар,
Бар әсеһе, татлыһы,
Бер һанындай ябайы бар,
Бар серле мең ҡатлыһы.
Изгелек менән яуызлыҡ,
Ҡайғы менән бар шатлыҡ,
Ялған ҡоторһа бер яҡта -
Уны еңер бар хаҡлыҡ .
Пак һәм нәжес, уң менән һул,
Байы менән ярлыһы,
Гөл-сәскәле йәйебеҙ бар,
Ҡышыбыҙ бар ҡарлыһы.
Ишле-ҡушлы сифаттарҙың
Була кеше һайыны.
... Быуат-быуат тыуа тора
Һәр һәбилгә - Хаины.
* Һәбил менән Хаин - Әҙәм менән Һаууаның улдары. Хаины Һәбилде нығыраҡ яраталар тип көнләшеп, уны үлтерә.