Иң-иң матуры(хикәйә). Л.Толстой

Иң-иң матуры (хикәйә )
автор Лев Толстой
.Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Китап",2006 йыл


Иң-иң матуры


 Бәләкәй генә ҡыҙ урамда аҙашып киткән. Йүгерә-йүгерә әсәһен эҙләй. Кешеләр унан: «Һинең әсәйең ниндәйерәк һуң?» — тип һорай икән. Ә ҡыҙыҡай күҙ йәштәре аша: «Һеҙ уны белмәйһегеҙме ни? Иң-иң матуры минең әсәйем», — тигән.

 


2006 йыл