Иң көслө Ҡуян(әкиәт). Факиһа Туғыҙбаева

Иң көслө Ҡуян ( әкиәт )
автор Факиһа Туғыҙбаева
.Нәшер ителгән: 2009 йыл. Сығанаҡ: "Мин уҡырға яратам ".-Өфө/Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап " нәшриәте,2009 йыл


Иң көслө Ҡуян


 Берҙән-бер көндө Ҡуян үҙенең өйө эргәһендә кибет асып ебәрҙе. Кибет, тигәс тә, әллә ни ҙур түгел инде. Таҡтанан ғына әтмәләгән ояға оҡшаған бер нәмә шунда. Уның ҡарауы, кибеттең исеме шәп: «Кишер». Үҙенән артып ҡалған йәшелсәне һатмаҡсы Ҡуян.
Уйлаған эш — тамамланған эш. Иҫәп-хисап эшләргә калькулятор ҙа һатып алды кибетсе. Ап-аҡ алъяпҡысын быуып эшкә лә тотондо.
Көйлө генә башланды һатыу. Төрлө йәнлек үҙенә оҡшаған кишерҙе һайлап алды. Эштәре былай барһа, Ҡуян үҙенә тун алып ебәрер, яңы өй һалыр, Алла бирһә.
Төлкө лә килде кибетте ҡарарға. Шаяра-көлә кишер һатҡан Ҡуянды күреп бик эсе бошто: «Байып китһә, был мәхлүк бөтөн урманға хужа булып алмағайы».
Берҙән-бер көндө Төлкө лә кибет асып ебәрҙе. Кибеттең ишек башына яҙып ҡуйылған һүҙҙәрҙе уҡып, бөтөн йәнлек хайран ҡалды: «Тәмле һүҙҙәр һатам». Тиҙ арала оҙон сират йыйылып китте, һәр йәнлектең тәмле һүҙҙәрҙе ашап ҡарағыһы килә ине. Кибеттә һатылғас, ашай торған берәй нәмәлер был тәмле һүҙҙәр, тип уйланы улар.
Оҙон сират алдына сығып, Төлкө былай тине:
— Мин һатҡан һүҙҙәр — донъялағы иң-иң тәмле һүҙҙәр. Улар бөтөн үлән-фәләндән дә, тамыр-маҙарҙан да, сәтләүек-мәтләүектән дә, тубырсыҡ-мубырсыҡтан да татлыраҡ. Уларҙы һатып алған йәнлек тә, ҡош-ҡорт та бик оҙон ғүмерле буласаҡ.
Йәнлектәр этешә-төртөшә башланы. Иң тәмле һүҙҙе һәр кемдең алданыраҡ эләктереп ҡалғыһы килде.
Төлкөнөң иҫкәртеү һүҙенән сираттағылар тағы ғәжәпкә ҡалды:
— Шуныһын әйтергә онотҡанмын, мин тәмле һүҙҙәрҙе кишергә генә һатам. Аҡса-фәлән кәрәкмәй. Татлы һүҙҙәрҙе алтынға ла алмаштыраһым юҡ! Ишетһен ҡолағығыҙ!
Юҡ алтынды ҡайҙан алаһың инде? Йәнлектәр, кем уҙарҙан йүгереп килеп, Ҡуяндың кишерен алып бөттө, һатыусының үҙенә тип йәшереп ҡуйғаны ла ҡалманы хатта.
Төлкөнөң тәмле һүҙҙәре күп булып сыҡты. Айыуға «һаумыһығыҙ! һау булығыҙ!» тигән яҙыу эләкте. Ҡоралай «Хәйерле иртә! Хәйерле көн! Хәйерле кис!» тигән яҙыуҙы ала һалды. Ҡабан, үҙенә тәтегән һүҙҙәрҙе ҡысҡырып уҡырға тотондо:
— «Матурҡайым», «аҡыллыҡайым», «дуҫҡайым», «һөйкөмлө һөйәккәйем».
Бүренең тештәрен ыржайтып тәмле һүҙҙәрҙе ҡабатлап тороуы үҙе бер тамаша ине:
— «Зинһар өсөн», «рәхим итегеҙ», «рәхмәт», «һау-сәләмәт булығыҙ!» Ха-ха-ха, зинһар өсөн, тип кемгә әйтергә тейешмен һуң әле мин?! Ғүмерҙә булмағанды. «Минең ауыҙыма, ҡуян, зинһар өсөн, рәхим ит!» — тип кенә әйтмәһәм.
Бүре тәмле һүҙҙәрҙе әллә нисәмә мәртәбә ҡабатлап ҡараны, үҙе яратҡан ит-фәлән тәме сыҡманы бер генә лә.
— Алдаҡсы! Яуыз Төлкө! — тип, ярһыған Бүре тәмле һүҙҙәр яҙылған ҡағыҙҙы сәйнәп ырғытты.
Айыу ҙа яр һалды:
— Быларҙан бал тәме сыҡмай.
Ғорур ҡоралай ҙа тояҡтарын тибеп сәбәләнде:
— Уғры Төлкө! Сәскәгә бер нәмә лә етмәй инде! һүҙҙәр тәмле була, тиме?
Ҡабан асыуынан мороно менән ер соҡой башланы:
— Минең йәмһеҙлегемдән көлөп әйткән бит был һүҙҙәрҙе хәйлә тоҡсайы. «Матурҡайым», «аҡыллыҡайым», «һөйкөмлө һөйәккәйем», имеш. Ух, мин был Төлкөнөң кәрәген бирәйем әле!
Ғәрлектән ҡуҙғыған йәнлектәр күмәкләшеп Төлкөнөң кибетенә ташланды. Тоторһоң ҡойроғон хәйләкәрҙең. Тегеләрҙән алған кишерҙе үҙе генә белгән ергә йәшереп ҡуйғайны инде ул. Үҙе лә урман төпкөлөнә һыпыртҡайны. Йырлай- йырлай ҡасты Төлкө:
— Төп башына ултырттым
Ҡуянды — Һармаҡ башты.
Уф! Тиҙерәк ҡайтайым,
Арыным! Ҡорһаҡ асты!
Кәкре ҡайынға Һөйәнем
Бүрене, Айыуҙы ла!
Күңелле миңә алдауы,
Күңелле миңә бигерәк
Урманға тайыуы ла.
Тирә-яҡта Төлкөнөң эҙе лә юҡ ине. Әлеге- баяғы Ҡуян ғына кибетендә кишер һатҡан аҡсаһын һанап ултыра.
— Былай булмай, — тине Бүре йәнлектәргә. — Тәмле һүҙҙәрҙе Ҡуянға бирәйек тә аҡсаны кире алайыҡ.
Көсө еткәнгә көсөктәй, тигәндәй, бөтәһе бергә ябырылып, һәр кем Ҡуяндан үҙ аҡсаһын тиҙерәк тартып алды. Тәмле һүҙҙәр яҙылған ҡағыҙҙар Ҡуяндың кибетендә өйөлөп тороп ҡалды. Үкһеп иланы Ҡуян. Ҡуй инде, ҡуй, интегеп үҫтергән йәшелсәһенән ҡолаҡ ҡаҡты, бер тин аҡсаһыҙ ҙа ҡалды. «Их, был Төлкөнө!»
Күңеле бушағансы илаған Ҡуян аптырауҙан тәмле һүҙҙәрҙе ҡабатлай башланы. Ҡабатлай- ҡабатлай ятлап та бөттө. Кәрәге тейер әле берәй. Төлкө, хәйлә тоҡсайы, юҡҡа ғына һатмағандыр әле ул һүҙҙәрҙе.
Иртәгеһен ас Ҡуян үҙенә аҙыҡ эҙләп урман буйлап йөрөргә сығып китте. Тәү күргәне Бүре булды. Яуыз тештәрен шыҡырлатып уға ташланмаҡсы.
— Кисә беҙҙең аҡсаны алып ҡасмаҡсы инең, ахмаҡ, тилебәрән орлоғо ашаған аңра. Кәрәгеңде бирәм хәҙер.
Ҡуян ҡурҡышынан ятлап алған тәмле һүҙҙәрҙе ашығып-ашығып теҙә башланы:
— Хәйерле иртә, Бүре ағай! Иҫәнлек-һаулыҡмы?
— Ҡара, ҡара, минең һаулыҡты һорашып торған була, хәстрүш!
— Бик матур күренәһегеҙ. Күҙ теймәһен!
Бүренең күҙҙәренән ут янды: «Ҡара һин уны, минең менән ҡурҡмайынса һөйләшә». Йыртҡыстың күңеле йомшарып китте:
— Бар, бар, юлыңда бул. һине ашап тамаҡ туямы?
Бүренән ҡотолған Ҡуян иркен һуларға ла өлгөрмәне, алдына Ҡабан килеп сыҡты.
— Сәләм, Ҡабан ағай! Ни хәлдәрегеҙ бар?
Ҡуяндың үҙе менән батыр итеп һөйләшкәнен күргән сусҡа аптырап китте хатта.
— Ҡасан шулай тел сарларға өйрәндең әле һин?
— Эй Ҡабан ағай! һинең матурлыҡты күреп күңелем күтәрелде, телем шуға сиселде.
— Юхаланма!
— Юхаланмайым, һеҙ, ысынлап та, урманда иң көслө. Йәнлектәрҙең матурлығы көсөндә бит ул.
— Ярар, ярар, артыҡ маҡтама әле!
— Ҡабан ағай, рәхим итеп кенә миңә юл бирегеҙсе!
Үҙенең матурлығына ышанған сусҡа Ҡуянға башҡаса ҡамасаулап торманы.
— һау булып тороғоҙ, Ҡабан ағай! Донъяғыҙ имен-һау, балаларығыҙ сәләмәт булһын! Оҙон ғүмер теләйем һеҙгә!
Айыуҙан да, Ҡоралайҙан да, хатта хәйләкәр Төлкөнән дә иҫән-һау ҡотолдо Ҡуян. Аҙыҡ тейәп өйөнә ҡайтты. Ризыҡҡа ташланған балаларын туҡтатып, уларға тиҙ генә тәмле һүҙҙәр өйрәтә башланы.
— Тәмле һүҙҙәр йөрәккә көс-дәрт өҫтәй, бөтә дошмандарҙы ҡырып һалырға ярҙам итә, бәпестәрем, — тине ул. — Тәмле һүҙҙәргә эйә булған, бөтә бәләнән дә ҡотолор.

 


2009 йыл