Иң ҡәҙерле миҙал(хикәйә). Факиһа Туғыҙбаева

Иң ҡәҙерле миҙал ( хикәйә )
автор Факиһа Туғыҙбаева

FuthorФакиһа Туғыҙбаева '

.Нәшер ителгән: 2009 йыл. Сығанаҡ: "Мин уҡырға яратам ".-Өфө/Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап " нәшриәте,2009 йыл


Иң ҡәҙерле миҙал


 Бөгөн — Бөйөк Еңеү байрамы. Көн салт аяҙ. Ҡояш йылмая. Ҡайҙа ҡарама — муйыл сәскә атҡан.
Батыр һәйкәле янына йыйылды олоһо ла, кесеһе лә. Ул ауыл уртаһындағы ҡалҡыулыҡтан әллә ҡайҙарға уҡ балҡып тора.
Сәлих тә иртән иртүк уянды. Уянды, тиеү дөрөҫ тә булмаҫ әле. Йоҡламаны, һаҙый олатаһы күҙ алдына килә лә баҫа. Өләсәһенең атаһы ул һаҙый олатай. Эй көттө Еңеү байрамын, эй көттө... Кисә генә ерләнеләр шул уны. Сәлихте бигерәк ярата ине лә бит. Ҡайҙа барһа ла, үҙе менән эйәртеп йөрөй ине. «Минең күҙем дә, ҡолағым да, ҡулым да, аяғым да — һин», — тип шаяртыр ине улын. Бер аяғы тубыҡтан юҡ ине шул һаҙый олатайҙың.
Малай уның һөйләгәндәрен төнө буйы уйлап ятты.
— Олатайым, аяғың ҡайҙа булған һинең? — тип һораны бер көндө Сәлих унан. — Кешеләр ике аяҡлы, һинеке — берәү генә.
— Икәү ҙә инде, — тип көлдө һаҙый олатай. — Икенсеһе — һин, мине етәкләп йөрөтәһең. Ҡултыҡ таяғым да бар әле, етмәһә.
— Мин — аяҡ түгел, мин — малай.
— Малай, малай, шәп малай — минең бүләм.
— Нимә була ул «бүлә»? Берәй нәмәңде бүлеп бирәһеңме әллә?
— Әй әттәгенәһе, ейәнемдең балаһы була ул бүлә, бәпесем. Ә аяҡҡа килгәндә, ысынын ишеткең киләме? Аңларһыңмы икән һуң?
— Аңлармын, олатай, аңлармын.
— Гитлер тигән ҡәһәр һуҡҡыры фашист һуғыш башлағанда, миңә ун биш кенә йәш ине. Илде шул дошмандан азат итергә киттем. Башҡорт атлы дивизияһында һуғыштым яуыздарға ҡаршы. Алмасыбар ҡушаматлы атыма атланып саптым. Шулай ҡышҡы бер көндө, балаҡайым, фашист танкылары әкиәттәге аждаһанан да ҡурҡынысыраҡ булып ут бөркөп килә. Ә беҙ уларға ҡаршы ҡылыс болғап елдерәбеҙ. Утлы бер ярсыҡ теҙемде ярып үтте. Эйәрҙә килеш ҡулымдан йүгәнде ыскындырмайым барыбер, Хоҙай Тәғәлә көс биргәндер инде. Ыңғырашҡанымды ишеткәс, атым артҡа сапты. Алмасыбар дуҫым яу яланынан алып сыҡмаһа, дошман танкылары иҙеп киткән булыр ине. Был алыштағы батырлығым өсөн миҙал менән бүләкләнеләр. Яраланған аяғымды ҡырҡып ырғыттылар. «Шулай эшләмәһәк, үлеп китеүең бар, тинеләр».
— Шунан, олатай, шунан?
— Шунан ни, яраларым төҙәлгәс, ҡайтыр яҡҡа оҙаттылар.
— Ә Алмасыбарың ҡайҙа булды? Миңә лә шундай ат кәрәк ине.
— Кәрәктер ҙә бит. Уны иптәштәремә биреп ҡалдырғайным, дошман утынан һәләк булған. Алмасыбарҙы ҡәҙерләп ерләгәндәр.
— Эй, миңә алып ҡайтһаң, ни була инде уны?
— Бәпесем, Алмасыбарҙың тоҡомо ҡалманы шул инде. Уның ҡарауы, һиңә иң ҡәҙерле ҡомартҡымды — миҙалымды бүләк итәм. Төҫөм итеп һаҡларһың, йәме? Ул тәтәй түгел, уны уйнатырға ла, юғалтырға ла ярамай. Аңланыңмы? — һаҙый олатай миҙалын Сәлихтең күкрәгенә таҡты.
Малай ауыҙын йырҙы, үҙен ысын һалдат итеп юйҙо. Көнө буйы тағып йөрөнө лә олатаһының ҡумтаһына кире һалып ҡуйҙы.
— Берәй батырлыҡ эшләгәс, тағы тағып йөрөрмөн, — тине.
Батырлыҡ эшләргә лә яйы сыҡмай бит әле бына. Олатаһы ла вафат булып ҡуйҙы. Ул, бәлки, ниндәй батырлыҡ эшләргә кәрәклекте әйтер ине. Әйтмәй ҡалмаҫ ине барыбер...
Сәлих әсәһе, атаһы менән байрамға йыйынды. Ҡапыл:
— Олатайымдың миҙалын тағайым әле, ағай? — тип һораны.
Әсәһе лә, атаһы ла һүҙһеҙ ҡалды. Бындай ваҡытта нимә эшләргә икәнде улар ҙа белмәй ине.
— Олатайым байрамға бара алмай ҙа инде. Исмаһам, миҙалы булһа ла күрһен Еңеү көнөн.
Сәлихтең һүҙен дөрөҫ тип тапты атаһы менән әсәһе. Иң матур күлдәген кейҙереп, уның күкрәгенә олатаһының миҙалын беркеттеләр. Өйҙәрендә нур уйнап китте.

 


2009 йыл