Иң ҡәҙерле һүҙҙәр(хикәйә). Факиһа Туғыҙбаева

Иң ҡәҙерле һүҙҙәр ( хикәйә )
автор Факиһа Туғыҙбаева

FuthorФакиһа Туғыҙбаева '

.Нәшер ителгән: 2009 йыл. Сығанаҡ: "Мин уҡырға яратам ".-Өфө/Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап " нәшриәте,2009 йыл


Иң ҡәҙерле һүҙҙәр


 1 сентябрь. Мәктәп шау-гөр килә. Сәскә тотҡан бәләкәс малайҙар, ҡыҙҙарҙың кем икәнлеген әллә ҡайҙан танып була. Ҡайһы берҙәре ата- әсәләре итәгенән айырыла алмай һаман. Шулай ҙа үҙҙәре генә инеп ултырҙылар класс бүлмәһенә. Бөтә ғүмерҙәре буйы ата-әсәләренә, олатай-өләсәләренә йәбешеп йөрөмәҫтәр бит инде.
Уҡытыусы апалары Белем көнө менән ҡотлағандан һуң:
— Әйҙәгеҙ әле, ҡәҙерлеләрем, бер-беребеҙ менән танышып алайыҡ, — тине. — Иң тәүге булып исемлектә Айтуған тора. — Айтуған, исемеңдең мәғәнәһен беләһеңме?
Малай һикереп торҙо:
— «Айтуған — матур исем», — ти әсәйем. «Ай» күктәге ай була. «Туған» һүҙе айлы төндә тыуғанды аңлата. Икенсе мәғәнәһе лә бар. Бөтә кешеләр ҙә бер-береһенә туған, дуҫ, иптәш, шулай бит, апай? 
— һай, афарин, Айтуған, исемең тураһында бик күп нәмә беләһең икән.
— Йә, матурҡайҙар, тағы кем үҙе менән таныштырыр?
Вәзир ҡаушап ҡала торғандарҙан түгел икән:
— Вәзир — ул батшаның тоғро ярҙамсыһы. «Ватан» һүҙе лә «В» хәрефенән башлана.
— Аҡыллыларым, әйтегеҙ әле, «Тыуған ил» һүҙе ниндәй хәрефтән башлана?
Бөтәһе лә ҡулдарын күтәрҙе. Ысынлап та, был класҡа бик матур исемле балалар йыйылғайны.
Тәлғәт аяҡ үрә баҫты:
— Минән башлана ул, апай.
Класташтар ҡысҡырып көлдө.
— Көлмәгеҙ, — тине уҡытыусылары Рауза апай. — Тәлғәт дөрөҫ әйтә. «Тыуған ил» һүҙенең башында «Т» тора. Икенсенән, Тыуған ил беҙҙең һәр беребеҙҙән башлана, ысынлап та.
Кескәйҙәрҙең был хаҡта уйланғандары юҡ ине әле.
— Ә нисек башлана ул, апай? — тип һорау бирә һалды Ғәзизә.
— Тәүфиҡлыларым, башта «Ватан» менән «Тыуған илдең» нимә булыуын асыҡлап китәйек.
— Мин Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәтиҙең «Ватан» тигән шиғырын һөйләп күрһәтәм, — тине Ғәлимә.
Ватан ул, ҡыҙым,
Тыуғаан ил,
Бына беҙ торған урын.
Был ерҙә ғүмер кисергән
Ата-бабайҙар борон.
Рауза апалары ҡояштай балҡып йылмайҙы:
— Ниндәй матур шиғыр! «Ватан» менән «Тыуған ил» тыуып үҫкән ата ере ул, бәпестәрем. «Ватан» — ғәрәп теленән алынһа, «Тыуған ил» — саф башҡортса. Ә нисек һинән, минән башлана һуң ул Ватан? Йә, кем әйтер?
һай, күпте белә икән малайҙар, ҡыҙҙар. Теҙеп алып киттеләр бына.
— Беҙ ошо илдә йәшәйбеҙ.
— «Башҡорттар Уралды борон-борондан төйәк иткән», — ти атайым.
— Беҙҙең Ватан — Башҡортостан.
— Оло Ватаныбыҙ — Рәсәй.
— Тыуған илде яратырға, һаҡларға кәрәк.
— Тыуған еребеҙ донъяла иң ҡәҙерле. Бөтәһенә лә бик күңелле, ҡыҙыҡлы ине.
Иртәгә тағы ла күберәк нәмәләр белерҙәр әле бәләкәстәр.

 


2009 йыл