Иҫәп. Гүзәл Ситдиҡова

Иҫәп


Күп байлыҡҡа мохтаж түгел кеше
Ҡабынғанда ғүмер усағы:
Кәрәк уға бары өс монаят –
Биләү, бишек, әсә ҡосағы.
Йүргәгенән сыға тиҙ үк сабый
Кәрәк булмай башлай бишек тә,
Әсә ҡала балаһын оҙатып
Ҙур донъяға сыҡҡан ишектән.
Ҙур донъяла - ҙурҙан теләктәр ҙә,
Арта ғына бара талаптар
Нәфсе – төпһөҙ, туя белмәҫ ғифрит,
Булмай икән уға ярап та.
Донъя ҡыуып һанһыҙ көндәр уҙа,
Бер кем дә юҡ ҡыуып еткәне,
Онота кеше ғүмер ахырында
Фәҡәт өс монаят көткәнен.
Бар малынан мәхрүм ителә ул
Мәңгелеккә күскәс усағы,
Өс монаят ҡына йәнә кәрәк -
Биләү (кәфен), бишек (табут), әсә (еркәй) ҡосағы.
…Ҡылғанына иҫәп бар тағы.


2012


This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.