Йомаҡ (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
.Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (42-се бит) ISBN 5-295-03798-3


ЙОМАҠ


Мин – мин генә,
Һин – һин генә,
Яһалмалыҡ, ялғанлыҡ юҡ.
Был табындың
Уртаһында
Тәғәм ризыҡ, тағанлыҡ юҡ.

Яна усаҡ
Ҡайнар ҡосаҡ.
Ер әйләнә күсәрендә…
Тәбиғәттең
Ябайлығы,
Самими моң күсә беҙгә.


Мең төҫтәге
Донъялыҡтан
Алыҫыраҡ булған һайын,
Яҡыныраҡ,
Ялҡынлыраҡ
Һауалағы тулған айым.



Һин –һин генә,
Мин – мин генә.
Ниғмәттәрҙең ҡәҙере юҡ.
Барыһы ла үҙ хаҡынды –
Хис-тойғоноң әжере юҡ.


Бәхетме был?
Ләхетме был?
Һорауы бар.
Яуабы юҡ?!
Сәнсеп үтә,
Йәнде өтә.
Әрнеүе бар.
Ҡаяуы юҡ.



Иҫкәрмәләр



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.