Йондоҙло миҙгелдәрем. Гүзәл Ситдиҡова

Йондоҙло миҙгелдәрем


Туҡта, саптар, бер миҙгелгә туҡта,
Был йондоҙло сағым түгелме,
Күкрәгемдән урғып, бәхеттәрем
Беҙҙең елгән юлға түгелһен.
Йондоҙҙарым, әйҙә, юлға ятһын,
Төндәгеләр маяҡ итһендәр.
Әйҙә, саптар, сапсын ғүмергенәм,
Тояҡтарың йондоҙ һипһендәр.
Бәхеткенәм – яҡты йондоҙғонам
Бер үҙемә генә ниңә ул?
Йондоҙҙарым, әйҙә, күккә ашһын,
Урғыл әйҙә, бәхетем, илгә бул.
Миҙгелдәрем гел йондоҙло булмаҫ,
Еркәйемә сәсеп ҡалайым.
Юлдарыма тик бер йондоҙ маяҡ –
Мөхәббәтем генә алайым.


2012