Йондоҙ атылды

Йондоҙ атылды (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
Ижад итеү ваҡыты: 18.08.1994. Нәшер ителгән: 2006. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (136-сы бит) ISBN 5-295-03798-3


ЙОНДОҘ АТЫЛДЫ


Йондоҙ атылды, тинең дә,
Бер шағир үлде, тинең.
Дөрөҫ т үгелен белһәм дә
Уйлата әйткән һүҙең...

Шағир, бәлки, йондоҙҙор ҙа,
Тик күктәгеһе түгел!
Ниңә һуң, йондоҙ атылғас,
Бер шағир үлде, тинең?

Миңә ҡалһа, уйға талһам
Йондоҙ ярсығын күреп,
Күктән Ергә атылған НУР–
Бер шағир тыуған кеүек!



Иҫкәрмәләр


This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 4.0 International (CC BY-SA 4.0) license.